Район Мәҙәниәт йорто сәхнәһендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры артистары башҡарыуында матбуғат эшмәкәре, яҙыусы, журналист Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы буйынса сәхнәләштерелгән «Хыялға ҡаршы» спектакле (инсценировка авторы – Ә. Ишбулдина, режиссеры – И. Ҡаҙаҡбаев) күрһәтелде. Балалар йортондағы етемдәр яҙмышы тураһындағы спектаклде ҡарарға район мәктәптәренең өлкән класс уҡыусылары, уҡытыусылар, район үҙәге халҡы килде.
«Хыялға ҡаршы» — күп тамашасыларҙың яратып ҡараған спектаклдәренең береһе. Ул балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙең ауыр тормошо, ғаилә яҙмыштары, үҫмерҙәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәре, ата- әсә наҙынан мәхрүм ҡалғандарҙың күңел ынтылыштары хаҡында.
Ни өсөн спектакль «Хыялға ҡаршы» тип атала? «Ҡаршы» был осраҡта ике мәғәнәлә күрһәтелә: баланың хыялға табан ынтылышы, уға тырышып ҡаршы йүгереүе һәм ниндәйҙер кире көстөң уның хыялына ҡаршы тороуы сағылған кеүек.
Балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙең хыялы ғаиләлә үҫкәндәрҙекенән етдирәк, ҙурыраҡ һәм көслөрәк, сөнки уларҙың хыялы бик һирәк тормошҡа аша. Ашҡан хәлдә лә ҡаршылыҡтар, ауырлыҡтар аша. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры артистары ошо етди социаль проблеманы күтәреп, әҫәрҙең асылын, мәғәнәһен тамашасы күңеленә шул тиклем оҫта итеп еткерҙе, спектаклде күҙ йәштәрһеҙ, тыныс күңел менән ҡарап булмай.
Уйландырғыс, тәрән йөкмәткеле «Хыялға ҡаршы» спектакленән һуң һәр тамашасы күңелендә донъяларыбыҙ имен, тыныс, ғаиләләребеҙ бөтөн, балаларыбыҙ бәхетле, ер йөҙөндә етемдәр аҙ булһын, тигән теләк тыуғандыр.
Илһөйәр Махатова.