Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
27 Ғинуар 2022, 09:20

Ленинградты азат итеүгә 78 йыл...

27 ғинуар Рәсәйҙең хәрби дан көнө

Ленинградты азат итеүгә 78 йыл...
Ленинградты азат итеүгә 78 йыл...
Бөйөк Ватан һуғышының иң ҡанлы биттәренең береһе – Ленинград блокадаһы. 872 көн дауамында ҡамауҙа торған ҡала ҡот осҡос шарттарҙа йәшәүен дауам итә, еңеү һәм йәшәү өсөн көрәшә.
 
1941 йылдың 8 сентябрендә Ленинградты немец, фин һәм испан ғәскәрҙәре, Төньяҡ Африка, Европа һәм Италия хәрби-диңгеҙ көстәре берләшеп, ҡамауға ала. Дошмандың көслө баҫымы аҫтында ҡалған ҡала 872 көн дауамында тамуҡ эсендә йәшәй.
 
Ҡала өсөн бындай ҡамау көтөлмәгәнсә килеп сыға, шуға ла етерлек аҙыҡ-түлек һәм яғыулыҡ тупланмаған була. Ленинград менән берҙән-бер бәйләнеш юлы булып Ладога күле аша һалынған маршрут тороп ҡала. Уны дошман артиллерияһы, авиацияһы һәм хәрби-диңгеҙ көстәре бер туҡтауһыҙ һөжүме аҫтында тота. Әлбиттә, был “тормош юлы” аша индерелгән ярҙам ҡала халҡы ихтыяжын ҡәнәғәтләндермәй. Һөҙөмтәлә унда аслыҡ башлана, һыуыҡ ҡыш, транспорт һәм йылытыу системаһындағы проблемалар арҡаһында йөҙҙәрсә мең кешенең ғүмере өҙөлә.
 
Ҡаланы азат итеү еңелдән булмай. 1943 йылдың ғинуарында Ленинград блокадаһы өҙөлә, әммә дошман ғәскәре һәм флоты уны 1944 йылдың ғинуарына тиклем ҡамауҙа тота. Ошо йылдың ғинуар — февралендә совет ғәскәрҙәре Ленинград-Новгород операцияһын үткәрә, һөҙөмтәлә дошман ҡаланың көньяҡ сигенән 220–280 километрға сигенә.
 
1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында блокадалағы Ленинградты һаҡлаусылар күрһәткән батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1965 йылдың 8 майындағы указына ярашлы, Ленинградҡа “Герой ҡала” исеме бирелә. Хәҙер 27 ғинуар Рәсәйҙең хәрби дан көнө — Ленинградты фашист блокадаһынан тулыһынса азат итеү көнө булып билдәләнә.
 
Ленинградты блокаданан азат итеү көнө илебеҙҙә киң билдәләнә, сәскә һалыуҙар, осрашыуҙар уҙа, “Блокада икмәге” акцияһы ойошторола.
 
Республика Хәрби дан музейы, 27–28 ғинуарҙа Нива йылғаһы ярындағы батыр ҡалаға арнап, “Буйһонмаған Ленинград” кинолекторийы уҙғара. Кинолекторий сиктәрендә “Ленинград блокадаһы” лекциялары ойошторола һәм “Йәшәгән ти ҡыҙ” (режиссеры Виктор Эйсымонт, 1944 йыл) фильмы күрһәтелә. Фильмда Ленинград блокадаһы тотҡононда ҡалған ете йәшлек Настяның һәм биш йәшлек Катяның тарихы бәйән ителә. Сара тураһында өҫтәмә мәғлүмәтте 8(347)260-44-64 телефондары аша белергә мөмкин.
 
Фото: smolbattle.ru
https://bashgazet.ru/articles/geroy-ar-d-ere/2021-01-27/leningradty-azat-ite-g-77-yyl-1214056
Автор:
Читайте нас: