Айрат Ғәлиев Йомаҡай ауылында тыуып үҫә. Урындағы урта мәктәпте тамамлағандан һуң, әсәһе эҙҙәре буйынса китеп, Кушнаренко педагогия колледжында информатика уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә. Артабан ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетында физика- математика факультетында белем ала. Яңы Таҙлар урта мәктәбендә информатика уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлаған егет бөгөн район мәғариф бүлегендә методист булып эшләй.
Айрат бик нескә күңелле, хисле, һәләтле, маҡсатсан егет. Бала сағынан шиғырҙар яҙа. Уның ижад емештәре район гәзитендә лә йыш донъя күрә. Һүҙ ҡөҙрәтен белгән егет төрлө ижади конкурстарҙа ла ҡатнашып, уңыштарға ирешә. Быйыл уның “Яҙмышымдың яҙғы бөрөһө” тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе. Был йыйынтыҡта төрлө темаларға ҡағылышлы шиғырҙар урын алған. Айрат Әлфир улының шиғырҙарына йыр ҙа яҙылған.
— Буш ваҡыттарымда тәбиғәт ҡосағында йөрөргә яратам. Иҫ киткес хоҙурлыҡ, матурлыҡ бит беҙҙә! Ошо гүзәллеккә һоҡланып, матурлыҡҡа таң ҡалып йөрөгәндә күңелдә шиғыр юлдары тыуа. “Яҙмышымдың яҙғы бөрөһө” йыйынтығында ла шиғырҙарымдың күбеһе тыуған яғыбыҙ тәбиғәтенә, һәм, әлбиттә, мөхәббәт темаһына арналған, — ти һәләтле райондашыбыҙ.
Айрат Ғәлиевтың бер нисә шиғырын һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ.
Яҙмышымдың яҙғы бөрөһө
Әллә, яҙмыш, минән көләһең һин,
Әллә мине мыҫҡыл итәһең?
Күрә тороп сикһеҙ һөйөүемде,
Һөйгәнемдән мәхрүм итәһең.
Их һин, яҙмыш, ҡаты бәрелмә әле,
Айырмасы мине уңарҙан.
Мин бит ерҙә унһыҙ йәшәй алмайым,
Үтенеп һорайым, яҙмыш, һиңәрҙән.
Уның шаян ҡара күҙҙәреме
Әсир итте минең йөрәкте?
Әллә инде ҡыйғас ҡаштарының
Ҡаралығы өҙә үҙәкте?
Булһа ине ул миңә тип яҙған
Яҙмышымдың яҙғы бөрөһө.
Шытып сығып үҫер ине ҡайын,
Тик ҡайын да үҫмәҫ бер үҙе.
Керһә ине бөгөн төштәремә,
Күрһәм ине тағын бер ҡабат.
Әйтер инем һымаҡ яратам тип,
Нурҙар тулы көләс йөҙҙәренә,
Күҙҙәренә ҡабат бер ҡарап.
Ауылымдың тарихы
Кемдәр белә, кемдәр белмәй
Минең ауыл тарихын.
Һәммәгеҙгә һөйләп үтәм,
Уҡып белегеҙ барыһын.
Ике ҡарт килгән ауылға —
Йомаҡай, Йомағужа.
Ҡаршы ултырып бүлешәләр —
Ҡайһыһы ауылға хужа?!
Йомағужа бик уҫал, ти,
Хәйләкәр, ти, отҡор, ти.
“Ауылымда эҙ ҡалдырып,
Исемемде ҡушайыҡ”, — ти.
Йомаҡай ҙа ҡаушамаған,
Тиҙ генә бирешмәгән.
Хәйләкәр Йомағужаның
Һүҙенә килешмәгән.
“Ҡаршы торһам да дауылға,
Дошман керетмәй ауылға,
Таҡыр-таҡыр юл һалдырам,
Таянып тормам бауырға”.
Йомаҡайҙың шул һүҙҙәре
Ҡурҡытып ҡуйған ҡартты.
Ә шулай ҙа, килешмәгәс,
Хужаға ҡуйған шартты:
“Йоҡлар ваҡытыбыҙ еткән,
Күҙҙәребеҙ йомола.
Ҡайһыбыҙ иртәрәк тора,
Шуның һүҙе уң була”.
Ҡараңғы төн килеү менән
Ҡарттар йоҡоға талған.
Бөтә ерҙә йән эйәһе —
Бары бер шишмә ҡалған.
Иртән Йомаҡай уянһа,
Хужа ята, ти, йоҡлап.
Шунан халыҡ һүҙ таратҡан,
Йомағужаны хурлап.
Мин ауылымдың тарихын
Бик яҡшы беләм үҙем.
Һеҙ, дуҫтарға, һөйләп үттем,
Ахырына етте һүҙем.
Гөлназ Ханова.
Борай районы.