Тәрбиәсе Розалия Миңлеәғзәм ҡыҙы менән “Гномиктар” төркөмө тәрбиәләнеүселәре лә был тылсымлы байрамды көтөп ала. Әлеге ваҡытта улар бүлмәне биҙәү эштәре менән мәшғүл.
— Төркөмөбөҙ рәссамы, әүҙем әсә Ләйсән Хәлиуллина һүрәттәр эшләп алып килеп тәҙрәләрҙе биҙәргә ярҙам итте. Сағыу һүрәттәр йәбештергәс, тышҡы яҡтан да, эстән дә бик матур килеп сыҡты. Шулай уҡ башҡа ата-әсәләр ҙә ҡул эштәре конкурсына ҡушылып, Йыл хужаһын, башҡа әкиәт геройҙарын эшләп алып килде. Балалар күстәнәстәргә, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай Яңы йыл байрамын йыл да көтөп ала. Бәләкәстәр шиғырҙар ятлай, йырҙар өйрәнә, — тип һөйләне Розалия Миңлеәғзәм ҡыҙы Әғләмова.
Илһөйәр Махатова.