Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
9 Декабрь 2021, 16:10

Ҡатын-ҡыҙ бәхетле булһа – ғаилә бәхетле

Ҡариҙел ауылында «Ҡатын-ҡыҙ бәхете территорияһы» асыҡ академияһы үтте

Ҡатын-ҡыҙ бәхетле булһа – ғаилә бәхетле
Ҡатын-ҡыҙ бәхетле булһа – ғаилә бәхетле

«Бәхет территорияһы» хәйриә фонды ярҙамында Башҡортостан Башлығының тормош иптәше Каринэ Хәбирова етәкселегендә тормошҡа ашырыла торған үҙенсәлекле проект был. К. Хәбированы Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы А. Шәйҙуллин һәм уның урынбаҫары Д. Ирназаров оҙатып йөрөнө.

Сара Балалар һәм үҫмерҙәр ижады үҙәге фойеһында ойошторолған халыҡ сәнғәт кәҫептәре күргәҙмә-йәрминкәһенән башланды. Бирелә «Башҡорт сувениры» йәмғиәтенең, ҡул эштәре оҫталары Гөлшат Баһауетдинованың (Балтас районы), Әлфинур Зәләеваның, Рәлиф һәм Айгөл Ситдиковтарҙың сувенирҙары, Диләрә Әсәинованың (Өфө) башҡорт биҙәүестәре, Михаил Архангел сиркәүе эргәһендәге Йәкшәмбе мәктәбенең (Байҡы) тимер эшләнмәләре, Гөлсөйәр Сәғитова һәм Гүзәл Мөхәмәтйәнованың (Асҡын районы) туҙҙан картиналары һәм башҡа бик күп нәмәләр ҡуйылғайны.

Каринэ Владимировна күргәҙмәгә ҡуйылған эштәр менән һоҡланыуын белдереп,  оҫталарға ижади уңыштар теләне. Мәртәбәле ҡунаҡ бирелә урынлашҡан коворкинг-үҙәк менән танышты, сүлмәк эшләү, тире иләү, милли кейемдәр тегеү һәм ағасты һырлап биҙәү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә булды.

Артабан форумда ҡатнашыусылар Мәҙәниәт йортонда  Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, музыкант  Зәйнетдиндең ялҡынлы  сығышын ҡараны.

Люция Карамова.

Ҡатын-ҡыҙ бәхетле булһа – ғаилә бәхетле
Ҡатын-ҡыҙ бәхетле булһа – ғаилә бәхетле
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: