Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
18 Май 2021, 12:10

Тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлаусылар

Халҡыбыҙҙың рухи мираҫын һаҡлаусы музей хеҙмәткәрҙәрен Халыҡ-ара музейҙар көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Халҡыбыҙҙың рухи мираҫын һаҡлау, мәҙәниәтен үҫтереү – алдыбыҙҙа торған төп бурыстарыбыҙҙың береһе. Был мөҡәддәс эште милләтебеҙҙең аҫыл заттары бойомға ашыра. Районыбыҙҙа ошо өлкәлә арыу-талыу белмәй, илһамлы, тынғыһыҙ эшләгән музей хеҙмәткәрҙәрен, шул иҫәптән Асҡын тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы етәксеһе Әнзирә Мөкәрәм ҡыҙы Ноғоманова һәм уның ярҙамсыһы Айгөл Рәйес ҡыҙы Сәрүәрованы, Ҡарткиҫәк мәктәбе музейы етәксеһе Фәнирә Мәүли ҡыҙы Нәбиуллинаны, Солтанбәк мәктәбе музейы етәксеһе Фәйрүзә Мәхийән ҡыҙы Фаһаманованы Халыҡ-ара музейҙар көнө менән ихлас ҡотлап, эштәрендә ҙур уңыштар теләйбеҙ. Нәҡ улар үткән менән бөгөнгөнө бәйләп, киләсәккә юл һалып, рухи аҙыҡ алырға ярҙам итә, тарихты һәм халҡыбыҙҙың йөҙөн, йәшәйешен сағылдырған ҡомартҡыларҙы йыйып, уларҙы мираҫ итеп киләһе быуындарға тапшырыуҙа ҙур көс һала. Музей етәкселәренә ошо тарихи усаҡты һүрелтмәй, киләһе быуынға еткереүҙәрен, артабан да ижади үрҙәр юлдаш булыуын теләйбеҙ. Экспонаттарығыҙ байып, музейға килеүселәр һаны артып торһон.
Наилә Имаева.
Читайте нас: