Йәнтөйәк
-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
26 Апрель 2021, 10:40

Ҡылғандары бары изгелек

Флидә Ғәлиева — әүҙемлеге, изге эштәре, илһөйәрлеге менән күптәргә өлгө

Флидә Фәкәетдин ҡыҙы Ғәлиева Балтас районында ғына түгел, республикала билдәле шәхес. Ул — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы, уҡытыусы-методист, Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары конкурсы еңеүсеһе, Бөтә Рәсәй мәғариф хеҙмәткәрҙәре кәңәшмәһе һәм Башҡортостан уҡытыусыларының IХ съезы делегаты, Балтас районының почетлы гражданы.
Флидә Фәкәетдин ҡыҙы башланғыс кластар уҡытыусыһы булып 47 йыл эшләй. Уҡыусыларҙың ғына түгел, уҡытыусыларҙың остазы ул. Ул белем һәм тәрбиә биргән, күңелдәренә тыуған еребеҙгә һөйөү хисе һалған рухлы, эшһөйәр кешеләр бөгөн район тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәй. Уҡыусылары менән лайыҡлы рәүештә ғорурлана мөғәллимә, һәм бөгөн дә үҙенең әүҙемлеге, алдынғы фекерләүе, йәмғиәтебеҙгә, тыуған ауылы яҙмышына битараф булмауы, яңы инициативалар күтәреп сығып, халыҡты изге эштәргә туплауы менән уҡыусыларына өлгө ул.
1947 йылда Илекәй ауылында донъяға килгән, Мишәр ауылында үҫкән Флидә Ғәлиева. Мишәрҙе тыуған ауылы тип иҫәпләй, ауылының кешеләрен сикһеҙ ярата, тыуған ере өсөн йән атып йәшәй ул. Уның башланғысы, балалары, туғандары, ауылдаштары, яҡташтары ярҙамы менән Мишәрҙә “Әнием” мәсете ҡалҡып сыҡты, мәсеттә “Ололарға рәхмәт әйтәйек!” тигән баш аҫтында музей булдырылды, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙар хөрмәтенә һәйкәл төҙөлдө, клуб бинаһы ремонтланды. Бөтә өмәләрҙең дә уртаһында булды ул. Уның менән бергә балалары, туғандары изге эштәрҙә ауылдаштары менән йәнәшә баҫып ҡатнашты. Хөрмәтле мөғәллимәнең һәр башланғысы район хакимиәтендә яҡлау тапты.
Бер ҡасан да туҡталып ҡалмай, белемен үҫтереү, кешеләргә әхлаҡ тәрбиәһе биреү өҫтөндә эшләй белеү — бар булмышы менән уҡытыусы кешенең иң аҫыл сифатылыр. Флидә Фәкәетдин ҡыҙы мәктәптә эшләгәндә әхлаҡ тәрбиәһе буйынса етди эҙләнеүҙәр алып барҙы, уның “Әхлаҡлылыҡтан башҡа белем юҡ”, “Күңел гимнастикаһы” тип аталған китаптары бөгөн дә белем биреү өлкәһе өсөн көнүҙәк булып ҡала. Лайыҡлы ялға туҡтағас, хөрмәтле мөғәллимә Яр Саллы ҡалаһында мәҙрәсәлә уҡып, ғәрәп телендә яҙырға, уҡырға, һөйләшергә өйрәнә, Ҡөрьән Кәрим серҙәренә үҙ аллы төшөнә. Иҫ киткес фәһемле, уйландырырлыҡ, үҙенсәлекле шиғырҙары, мәҡәләләре менән район һәм республика матбуғаты аша халыҡҡа әхлаҡ тәрбиәһе биреүен дауам итә ул. Районда ғаилә, әхлаҡ темаһына үткәрелгән сараларҙың ҡәҙерле ҡунағы булып, Флидә Фәкәетдин ҡыҙы ғаиләһе менән бергәләп килеп, аҡыллы телмәре менән йәштәр алдында сығыш яһай. Күптән түгел “Сәләм” тапшырыуында ҡатнашты ул. Танып ырыуы башҡорттары вәкиле булараҡ, ҡан-ҡәрҙәштәре съезында нәҫел шәжәрәһе тураһында һөйләне. Тынғы белмәҫ, әүҙем, тормошта ауыр хәлдәр кисергән райондаштарына башлап ярҙам ҡулы һуҙыр, йылы һүҙе менән йыуатыр, замандаштары тураһында яҙып, тарихты байытыр, тормош иптәше Хаҡҡый Ғаян улы хөрмәтенә шахмат турнирҙары уҙҙырыр, ата-әсәләргә бала тәрбиәләү буйынса аҫыл кәңәштәрен бирер — шундай иҫ киткес шәхес ул беҙҙең Флидә Фәкәетдин ҡыҙы Ғәлиева!
— Алты йәшемдән уҡытыусы булырға хыялландым. Яҡшы уҡытыусы булырға! Кешенең бәләкәйҙән ниндәй ниәте була, шул уны ғүмере буйына алға этәрә бит. Ҙур теләк менән 14 йәшемдә Бәләбәйгә, педагогия училищеһына уҡырға сығып киттем. Бөрө ҡалаһына ҡәҙәр трактор санаһында толоп ябынып барғаным хәтерҙә. Ул ваҡыттағы юл йөрөү михнәттәре онотолорлоҡ түгел. Ҡайтыу бик һирәк эләгә. 17 һум стипендия алам, уның ике һумын бөтөнләй алмаған иптәштәребеҙгә бирергә йыябыҙ, өс һумын фатир өсөн түләйем. Хрущев заманы: көрпәле икмәккә һуҙылған сираттарҙа күпме баҫып торҙоҡ! Ярай әле Хафиз, Әнғәм, Әниф ағайҙарым (Әниф ағайым үҙе лә ауыл хужалығы институтында уҡый, төндәрен вагон бушатып аҡса эшләй) хат менән аҡса ебәрә. Конвертты ҡулға алғас, асмаҫ элек ут яҡтыһына ҡуйып ҡарайым: ғәҙәттә, унда өс һум аҡса була — оло ҡыуаныс... Атай-әсәйҙән ярҙам һорай белмәнек. Бер ваҡыт ай буйына биш һум аҡсаға йәшәнем. Белем алыу теләге бөтә ауырлыҡтарҙан да көслө ине. Училищены тамамлағас, Түбән Һикеяҙ урта мәктәбендә эшләй башланым. Әмир Ғабдрахманов — иң беренсе директорым — күңелемдә ғүмерлеккә яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Һәр башланғысҡа, яңы уҡытыу алымдарына иғтибарлы була белде. Буласаҡ тормош иптәшем Хаҡҡый Ғаян улы Мағашлы-Алмантайҙа уҡыта ине, өйләнешеп, Яланғас мәктәбенә эшкә киттек. Икәүләп юғары белем алдыҡ. Артабан Иҫке Балтас ауылында төпләндек һәм бер өҙлөкһөҙ район үҙәге мәктәптәрендә хеҙмәт иттем. Һөнәремде шул тиклем яраттым, уҡытыусы булыуыма бер ваҡытта ла үкенмәнем. Бар булмышымды һөнәремә бағышлап, эшләргә көс биргән Аллаһы Тәғәләгә, атай-әсәйемә, ғаиләмә, балаларыма ҙур рәхмәт!
Дан өсөн эшләһәң, дан килмәй ул. Яҡшы итеп эшләргә тырышырға кәрәк. Һөнәргә булған мөнәсәбәтте, изге күңелде бала һәм ата-әсәләр һиҙә, күрә. Яҡшы уҡытыусы булыр өсөн тыумыштан бирелгән һәләт кәрәк. Бер институтҡа ла инә алмаған йәш кешенең уҡытыусылыҡҡа барыуы — аяныс. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был заманаға хас күренеш. Сараһыҙлыҡтан ғына уҡытыусы булып киткән кеше нисек итеп балаға дәрес аңлатһын, ниндәй тәрбиә бирһен? Дәрескә инеп, бөтә класҡа икеле йәки өслө ҡуйып сығыу — уҡытыу түгел. Был алым менән уҡытыусы үҙ эшенә баһа бирә. Дәрескә балаға белем бирер өсөн инергә кәрәк. Сабыйҙарҙың кем һәм ниндәй булып үҫеүе уҡытыусының эшенә, яуаплылығына бәйле. Беҙ үҙебеҙҙең күңел йылыһын һәр балаға кәрәк тиклем өләшергә тейеш. “Һуғыш суҡмары”н да, ялҡауҙы һәм тиҫкәрене лә әҙәпле, уңған, аҡыллы балалар кеүек берҙәй, хатта артығыраҡ яратырға кәрәк. “Иң ауыр” холоҡло тигән уҡыусыларым минең иң яратҡан дуҫтарыма әйләнә ине. Мәктәпкә ғаиләлә төрлө психологик атмосфераға дусар булған балалар килә. Уҡытыусы һәр сабыйҙың күңел кисерешен аңларға һәм ваҡытында ярҙам итергә бурыслы. Беҙҙең оптимизм һәм иғтибар ғына баланы йәнләндерә ала, уның уянмаған көстәрен уята. Хатта белемде бик йомшаҡ үҙләштергән уҡыусыға ла ҡул һелтәргә ярамай, аҙ ғына булһа ла уңышын күреп, ҙурлағыҙ! Бала яҙмышы — уҡытыусы ҡулында. Был һүҙҙәрҙе һис оноторға ярамай.
Ата-әсәләр уҡытыусыға иң ҡәҙерле кешеһен — ғәзиз балаһын ышанып тапшыра. Был ышаныс менән ғорурланырға, уны аҡларға кәрәк!
“Ғәрип йәнле” әҙәмдәрҙе дауалап, ҡабаттан кеше итеүе ифрат ауыр, булдыра алмаҫлыҡ эш хатта. Шуға ла мин уҡытыусы эшенең девизы итеп: “Уҡытҡанда — тәрбиәлә, тәрбиәләгән саҡта — уҡыт!” — тигән һүҙҙәрҙе күрәм. Уҡыған, әммә тәрбиәһеҙ кешегә ҡарағанда, тәрбиәлеһе йәмғиәткә күберәк файҙа килтерә. Бөгөн ил рухи көрсөк кисерә, тип борсолабыҙ. Балаларҙың тәрбиәһеҙлегендә телевизор экранын йәиһә мәктәпте ғәйепләргә күнегеп барабыҙ. Ә әхлаҡ тәрбиәһе иң элек ғаиләнән, әсәнән башлана. Артабан сабый күңеленә балалар баҡсаһы, яҡын һәм йыраҡ туғандары, мәктәп, урам, әйләнә-тирәләге кешеләр, донъя тәьҫир итә. Алмағастың алмалары ла төрлө булып бешә бит: көньяҡҡа ҡараған ботаҡтағылары тиҙерәк өлгөрә, эрерәк һәм баллыраҡ була, ә төньяҡҡа ҡарағандары — ваҡ, асы. Дөрөҫ тәрбиә алмай, үҙ аллы тормош юлына баҫҡан йәш кенә кешене Сухомлинский юҡҡа ғына ватыҡ двигателле самолетҡа оҡшатмаған бит: ул үҙе лә фажиғәгә дусар булырға, башҡаларға ла үлем алып килергә мөмкин. Бынан да ҡурҡынысыраҡ енәйәт бармы?
Бына уҡытыусының эше ни тиклем яуаплы! Тәрбиә уҡытыуҙың алдынан барһын ул! Шунда тәрбиә ярҙамында эшкә “егелгән” рухи көстәр балаға белемде аҙыҡ һымаҡ, алдағы үҫеше һәм шәхес булараҡ формалашыуы өсөн алырға, “һеңдерергә” булышлыҡ итәсәк. Был проблема бөгөнгө мәғариф системаһы өсөн айырыуса көнүҙәк булып тора, — тип, тәрбиә һәм белем биреү буйынса үҙенең фекерҙәре менән уртаҡлашты Флидә Ғәлиева.

Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Балтас районы.
Читайте нас: