Рәсүл Миңлемөхәмәт улы Башҡорт ауыл хужалығы етештереү колледжында 12 йыл эшләй, студенттарға махсус дисциплиналар буйынса белем бирә. Тормош итпәше Рәйлә менән ҡыҙҙары Мәрйәмде һәм улдары Исламды тәрбиәләй. Хеҙмәттәштәренең һәм уҡыусыларының оло ихтирамын яулаған уҡытыусы, хәстәрлекле тормош иптәше һәм атай Рәсүл Лотфуллин мәртәбәле сарала ҡатнашып, бай тәьҫораттар алып ҡайта.
– Башҡортостанда тәүге тапҡыр уҙғарылған бындай мәртәбәле сарала ҡатнашыуыма бик шатмын. Форумға тормош иптәшем Рәйлә, ҡыҙым Мәрйәм менән бергә барҙыҡ. Был сараға барыуыбыҙға Асҡын 1-се урта мәктәбенең 5-се класында тик яҡшы билдәләргә генә уҡыусы ҡыҙыбыҙ сәбәпсе булды. Ул әсәһе ярҙамында “Минең атайым — минең геройым” исемле инша яҙҙы һәм миңә форумда ҡатнашырға саҡырыу ҡағыҙы килде. Форумда ҡатнашыусылар төрлө майҙансыҡтарға бүленеп, көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекерҙәр алыштыҡ, мәртәбәле спикерҙарҙың сығышын тыңланыҡ. Унда һәр районда ир-егеттәр ҡорон һайлау, ир-егеттәрҙең ғаилә ҡороуҙа, уны күтәреүҙәге, ғаиләне тәьмин итеүҙәге ролен, атайҙарҙың абруйын, бәҫен күтәреү, уларҙы балалар тәрбиәләүҙә, йәштәрҙе сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыуҙа әүҙем ҡатнаштырыу маҡсат итеп ҡуйылды. 12 йыл колледжда егеттәргә һәм ҡыҙҙарға белем һәм тәрбиә биргәнлектән, был мәсьәләләр үҙемде лә бик борсой. Беҙгә лә районыбыҙҙа көстәребеҙҙе берләштереп, был йүнәлештә эште башлау мөһим. Форум барышында әүҙем, өлгөлө һәм лайыҡлы ир-егеттәргә “Ил терәге” исемле йәмәғәт наградаһы тапшырылды. Был наградаға “Атай-етәксе” номинацияһында беҙҙең райондан үҙәк район дауаханаһының баш табибы Артур Риф улы Ғәлиуллин лайыҡ булды. Сара аҙағында Пушкин аллеяһында ағастар ултырттыҡ, иҫтәлеккә фотоға төштөк, — тип үҙенең саранан алған бай тәьҫораттары менән бүлеште Рәсүл Миңлемөхәмәт улы.