Иләҫ-миләҫ күңел бына тағын
Яҙ етеүен һиҙеп хисләнде.
Йәшлегенә ҡайтып ураны ул,
Бала сағын һағынып уйланды.
Яҙ етеүен кем яратмай икән!
Кем яратмай ҡоштар ҡайтыуын!
Тирә-яҡҡа хуш еҫтәрен һибеп,
Сирендәрҙең сәскә атыуын.
Яҙҙың быйыл йоҡонан уянаһы
Килмәй генә бик оҙаҡ ятты.
Ә ҡыш дуҫы уны бик ҡәҙерләп,
Аҡ юрғанын ябып йоҡлатты.
Ханбикәләй ашыҡмайса ғына
Яҙ наҙланып бик һуң уянды.
Үҙ эштәрен эшләй башланы.
Бөгөн инде Яҙ тантана итә,
Ҡоштар ҡайта, ерҙәр асыла.
Дәртле йөрәктәргә дарман өҫтәп,
Бар донъябыҙ, шөкөр, йәмләнә.
Күп тә үтмәҫ, умырзая ҡалҡыр,
Зифа ҡайын, наҙлы бөҙрә талдар
Йәшел япраҡтарға күмелер.