Сараның төп маҡсаты – Ир-егеттәр ҡороноң эшмәкәрлеген ҡеүәтләү, ойошманың үҫеш йүнәлештәрен билдәләү. Форум барышында әүҙем, өлгөлө һәм лайыҡлы ир-егеттәргә “Ил терәге” исемле йәмәғәт наградаһын тапшырыу ҡаралған. Был награда менән ир-егеттең, айырыуса атай кешенең йәмғиәттәге социаль статусын күтәреү бурысы ҡуйылған. Форум республика төбәктәрендә ир-егеттәр ҡоро эшмәкәрлеген әүҙемләштерергә булышлыҡ итер, тигән ышаныс белдерә ойоштороусылар.
– Башҡортостанда бының ише сара тәүге тапҡыр уҙа. Ойоштороусылар алдында әүҙем һәм егәрле ир-егеттәрҙе берләштереү буйынса яуаплы эш тора. Урал аръяғы райондарында ирҙәр ҡоро кеүек ойошмалар бар һәм төрлө кимәлдә эшләп килә, беҙгә көстәребеҙҙе берләштереп, бер йүнәлештә эшләү мөһим. Әле ойошма тарафынан бер нисә йүнәлеш билдәләнеп өлгөрҙө: сәләмәт һәм айыҡ тормош асылын пропагандалау, йәмғиәттә атай абруйын арттырыу, райондарҙағы ир-егеттәр ҡоро менән бергә эшләү алымдарын яйға һалыу. Ошо һәм башҡа йүнәлештәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостанда I Ир-егеттәр форумын йыябыҙ, – тип үҙ фекерен белдерҙе Башҡортостан Ир-егеттәр ҡоро рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров.
Фото: vk.com/sovet_mujchin_rb
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/K-sl-zat-or-a-yiyila-720002/