Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
2 Февраль 2021, 22:15

Балыҡсы ырыуы. "Балыҡсы" этнонимының килеп сығыуы

Балыҡсы ырыуының тамырҙары ҡайҙан? Түбәндә беҙ ошо һорауға яуап бирергә тырышасаҡбыҙ.

Тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан юлдаш телеканалының билдәле журналисы Салауат ХӘМИҘУЛЛИНдың "Башҡорт ырыуҙары тарихы" серияһы, халҡыбыҙ тарихының ҡайһы бер биттәре тураһындағы яҙмаларын дауам итәбеҙ.
Балыҡсы ырыуы. "Балыҡсы" этнонимының килеп сығыуы

Билдәле булыуынса, башҡорттарға башҡа төрки халыҡтар кеүек үк клан, ырыу системаһы хас була. Уның сәбәбе Төрөк һәм Хазар ҡағанаттары, Дәште Ҡыпсаҡ, Алтын Урҙа осорҙарына ҡайтып ҡала. Бөгөнгө көндә тикшеренеүселәргә Алтын Урҙа сәйәси ойошмаһының төҙөлөшө яҡшы билдәле. Был дәүләттә йәмғиәттең төп ойошмаһы булып ырыу тора, башҡаса ул аймаҡ, ил, иләү тип тә йөрөтөлә. Башҡорттарҙа ҡырҡлаған ырыу була. Уларҙың күптәре Рус дәүләтенә ҡушылғандан һуң үҙ исемдәре менән аталған улыстар барлыҡҡа килтерә. Был улыстар араһында Балыҡсы улысы ла була. Был турала XVII быуаттарҙағы документтарҙа тәү башлап телгә алына. Балыҡсы ырыуының тамырҙары ҡайҙан? Түбәндә беҙ ошо һорауға яуап бирергә тырышасаҡбыҙ.
Иң тәүҙә академик Р. Кузеевтың гипотезаһына туҡталып китәйек. Ул ырыуҙың "балыҡсы" этимологияһының "рыболов" мәғәнәһе менән ауаздаш булған бөтә фараздарҙы ла инҡар итә. Был субэтноним тағы ла ҡаҙаҡтарҙа, тываларҙа, төркмәндәрҙә, ҡырғыҙҙарҙа булыуын иҫәпкә алып, ул: "Күп осраҡта башҡорттарҙың, ҡаҙаҡтарҙың, ҡырғыҙҙарҙың хужалығында балыҡсылыҡ киң урын алып тормаған, йәки бөтөнләй булмаған. Балыҡ культы менән бәйле боронғо күҙаллауҙар тураһында ла рудименттар юҡ", - тип, ул, был этноним боронғо башҡорттарҙың хужалыҡ шөғөлөнә бәйле, тигән фекерҙән баш тартырға саҡыра. Шуға күрә лә, "балыҡсы" субэтнонимының килеп сығыуын, ул "baliq" тигән боронғо төрки һүҙе менән бәйләй. Төрки яҙмаларының орхон ҡомартҡыларында был һүҙ "ҡала" мәғәнәһендә ҡулланыла. Ҡол Тегиндең (685-731 йылдарҙа йәшәгән Күк Төрки ҡағанатының билдәле ғәскәр башлығы) яҙмаларында "тоҗу балыкда сүңүшдiмiз..." (Беҙ Тоғу ҡалаһы янында алыштыҡ) тигән һүҙҙәрҙе табабыҙ. Билдәле ҡаған хөрмәтенә яҙылған яҙмала Бишбалыҡ та (Биш ҡала мәғәнәһендә) телгә алына. Шулай уҡ төрки һәм монгол ханлыҡтарының баш ҡалалары ла Урҙа-балыҡ (Орду-балыҡ) һәм Хан-балыҡ атамаларын йөрөтә. XI быуатта йәшәгән төрки филологы һәм тел белгесе Мәхмүт Ҡашғари үҙенең "Диван лөғәт әт-Төрк" тип аталған хеҙмәтендә: "Балыҡ - мәжүсиҙәрҙең һәм уйғурҙарҙың телендә "ҡәлғә, ҡала" тигән мәғәнәлә ҡулланыла. Ошо һүҙҙән уйғурҙарҙың иң ҙур ҡалаһы булған Бишбалыҡ атамаһы килеп сыға", - тип яҙа.
Ул замандағы "baliq" һүҙенең бөгөнгө балыҡ тигән мәғәнәһе менән Урта быуат яҙмаларында ҡулланылған мәғәнәһендә ниндәй бәйләнеш бар?
Академик С.П. Толстов әйтеүе буйынса, "baliq" "ҡала" һәм "балыҡ" мәғәнәләрендә ҡулланылған ике осраҡта ла, -bal- тамырына ҡайтып ҡала. Мәхмүт Ҡашғари, "балыҡ" Аргу тигән төрки ҡәбиләлә бысраҡ тигәнде аңлата, ти. Балсыҡ һүҙе лә ошо уҡ тамырҙан. Урта Азияла ҡалалар балсыҡтан төҙөлә, шуға күрә лә уларҙы балыҡ тип йөрөтәләр. Балыҡ (йылға йәнлеге мәғәнәһендә) шулай уҡ төпкөлдә йәки балсыҡта ята. (Төрөк телендәге "balсyranmaq" һүҙе лә ошо уҡ тамырҙан, батҡаҡ менән буяныу, тигәнде аңлата, башҡорт телендә беренсе фонема төшөп ҡалыу сәбәпле, "бысраныу", тип әйтелә). Шулай уҡ славяндарҙың "блато", урыҫ телендәге "болото" һүҙҙәре лә ошо тамырҙан.
Әйтелгәндәрҙән сығып, Р. Кузеев, "балыҡсы" субэтнонимының килеп сығыуы тураһында түбәндәгесә һығымта яһай: "Телгә алынған аналогиялар һәм күсенеп йөрөүсе халыҡтарҙа (башҡорттарҙа, тываларҙа, ҡаҙаҡтарҙа, ҡырғыҙҙарҙа, төркмәндәрҙә) был һүҙҙең күп телгә алыныуы әлеге этнонимдың боронғо төрки тамырлы булыуы хаҡында һөйләй. Балыҡсы, балыҡсылар боронғо ҡалалар ситендә йәшәгән күсенеп йөрөгән халыҡтар булыуы мөмкин. Уларҙың вазифаһы, ҡалаларҙы тышҡы дошмандарҙан һаҡлау булған", - тип яҙа. Ҡайһы бер тарихи параллелдәр академикты ошондай һығымта яһауға этәрә. X быуат ғәрәп тарихсыһы әл-Мәғсүди, IX быуатта Арал диңгеҙенең төньяғында ике төрки коалиция араһында ҡупҡан һуғыш хаҡында бәйән итеп, талашыусы ике яҡтың береһендә баджнак, баджгурд (йәғни башҡорт), йәжни, нәүкәрдә ҡәбиләләрен һанап китә. Һуңғы атама фарсы телендә "яңы ҡала" тигәнде аңлата. Р. Кузеев: "Нәүкәрдә яңы ҡалаларҙа йәшәгән кешеләрҙе аңлатҡан кеүек үк, балыҡсы ла боронғо ҡалаларҙың ситендә йәшәгән, ултыраҡ тормош алып барған йәки күсенеп йөрөгән ҡәбилиләрҙе аңлатҡан", - тигән һығымтаға килә. Артабан ул башҡорт этнонимы булған "ирәкте" йәки "ирәктеләр" субэтнонимы менән сағыштырыу яһай. Ҡаҙан ханлығы сығанаҡтарында "ирәк" һүҙе "ҡәлғә", "кремль" мәғәнәһендә ҡулланыла, шуға күрә лә "ирәкте" "ҡәлғәлә хеҙмәт алып барыусы"тигәнде аңлата. Шулай итеп, "нәүкәрдә", "ирәкте", "балыҡсы" терминдары ҡалаларҙы һаҡлау буйынса хеҙмәт итеүсе айырым кешеләрҙе аңлатыуы мөмкин.
Шулай итеп, был гипотезаның мотлаҡ шарты булып ҡалаларҙың булыуы тора. Ул саҡта балыҡсылар ниндәй ҡалаларҙы һаҡлаған һуң? Академик Кузеев Ете йылға (Семиречье) буйы ҡалалары тигән фараз яһай. Әммә әлеге осорҙа ҡалалар бөгөнгө Башҡортостан территорияһында булыуы тураһында оноторға ярамай. Раил Кузеев үҙ хеҙмәттәрен яҙған ваҡытта ул ҡалалар хаҡында артыҡ мәғлүмәттәр, тәрән тикшеренеүҙәр булмай. Бөгөнгө көндә өйрәнелгән материалдар беҙгә киңерәк фекер йөрөтөргә мөмкинлек бирә. Археологик тикшеренеүҙәрҙән, Урта быуаттарҙа йәшәгән сит ил тарихсыларының, сәйәхәтселәренең хеҙмәттәрен өйрәнгәндән һуң, беҙ тулы ышаныс менән Өфө урынындағы ҡала хаҡында һүҙ йөрөтә алабыҙ. Шулай итеп, әгәр Р. Кузеевтың балыҡсы ырыуының килеп сығыуы хаҡындағы фаразы дөрөҫ булһа, ул заман әлеге ырыу вәкилдәренең ата-бабалары гарнизон хеҙмәтте Башҡортостан территорияһында булған ҡалаларҙа үтәүҙәре хаҡында әйтеп була.
http://www.kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=2491
Читайте нас: