Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
14 Ғинуар 2021, 21:55

Фәһемле осрашыу

Бөгөн Петропавловка ауыл китапханаһы күренекле шағир, башҡорт әҙәбиәте классигы, башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре Шәйехзада Бабичтың тыуған көнөн билдәләп үтә.

Петропавловка ауыл китапханаһының баш китапханасыһы Рина Муллахан ҡыҙы Миңшәйехова бөгөн әүҙем китап уҡыусыларға барып, саф һауала күренекле башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың ҡыҫҡа, әммә бай емешле ижад һәм тормош юлы тураһында фәһемле әңгәмә үткәрә.
  • Беҙ, китапхана хеҙмәткәрҙәре, әлеге ваҡытта ла дистанцион режимда эшләгәс, уҡыусыларҙы китап уҡыуға йәлеп итеүҙең төрлө юлдарын эҙләйбеҙ. Бөгөн, мәҫәлән, Шәйехзада Бабичтың тыуған көнө айҡанлы, бер нисә китап уҡыусым менән алдан һөйләшеү буйынса барып, шағирҙың тормош һәм ижад юлы тураһында һөйләп, әңгәмә үткәрҙем. Был сараны уҡыусыларҙы Бабичтың әҫәрҙәрен уҡыуға йәлеп итеү маҡсатынан ойошторҙом. Улар шағир тормошо тураһында байтаҡ нәмәне иҫендә ҡалдырҙы, уҡырға китаптарын алды. Әңгәмә ваҡытында шағирҙың шиғырҙарын уҡып ишеттерҙем, Дүртөйлө районы Әсән ауылындағы үҙем күргән музейы, Йылайырҙағы ҡәбере һәм магазины тураһында һөйләнем. Китап уҡыусылар үҙҙәре лә белгәндәре менән уртаҡлашты. Ауылдаштарымдың Шәйехзада Бабич ижады менән таныш булыуы айырыуса ҡыуаныслы булды. Мәҫәлән, Әлфинә апай Фәтхинурова үҙенең шағир тураһында белгәндәрен һөйләне. Осрашыу, әлбиттә, барлыҡ һаҡланыу сараларын үтәп уҙғарылды, — тип һөйләне Рина Муллахан ҡыҙы.
  • Читайте нас: