Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
27 Май 2020, 19:35

Финиза Асҡарова үҙ эшен яратып башҡара

Бөгөн Рәсәйҙә китапханалар көнө билдәләнә. Китапхана элек-электән яҡтылыҡҡа, матурлыҡҡа өндәй торған, кешеләргә рухи һәм мәҙәни тәрбиә, белем биреү үҙәге булған. Районыбыҙҙың Шишмә-Үрәкәй ауыл китапханаһы ла китап һөйөүселәр өсөн ана шундай изге урындарҙан һанала.

Тарихҡа күҙ һалһаҡ, 1995 йылдың 27 майында Рәсәйҙә «Бөтә Рәсәй китапханалар көнөн булдырыу» тигән указға ҡул ҡуйыла. Уға ярашлы, китапханалар көнө тип 27 май билдәләнә. Был дата Рәсәйҙә 1795 йылда бөтәһе лә инә алырлыҡ тәүге китапхана асылыу көнө булараҡ иҫтәлекле. Ул ваҡытта был изге урын Императорҙың асыҡ китапханаһы тип аталған булһа, бөгөн Рәсәй милли китапханаһы исемен йөрөтә.
Китапханаға кешеләр әҙәбиәт алыу өсөн генә килмәй, бында улар үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап, күңел йылыһы, аҙраҡ мәшәҡәт донъяһынан арыныу ышығын эҙләй. Китапханасы һөнәре бик яуаплы, сөнки ул халыҡ менән эшләй. Уларға педагог та, психолог та, агитатор ҙа, артист та булырға тура килә. Шишмә-Үрәкәй ауыл китапханаһында ошондай әүҙем, тырыш, заман менән бергә атлаусы хеҙмәткәр Финиза Асҡарова эшләй.
Финиза Фазлинур ҡыҙы бирелә ике йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, һөнәренең нескәлектәренә күптән төшөнгән, ауылдаштарының ихтирамын яулаған. Уның эше кешеләргә күңелдәренә яҡын әҙәбиәт һайлашыуға ғына ҡайтып ҡалмай. Ул китаптар уҡыуҙы һәм китапхана хеҙмәттәрен популярлаштырыуҙың яңы алымдарын эҙләй, төрлө формала һәм йүнәлештә саралар ойоштора. Китап һөйөүселәр ижади бәйгеләрҙә, тематик байрамдарҙа әүҙем ҡатнаша. Китап һәм уҡыусы араһын яҡынайтып, кешеләр күңелен рухи яҡтан байытыу өсөн бар көс һала.
Илдә, республикала әлеге ваҡытта коронавирус таралыуҙы киҫәтеү маҡсатындағы үҙизоляция ваҡытында ла ул китапхананың “Бәйләнештә”ге битендә байтаҡ саралар ойошторҙо. Әүҙем китапханасы ауылдаштарын, мәктәп уҡыусыларын йәлеп итеп, интернет селтәрендә үткәрелгән Бөтә Рәсәй акцияларында ҡатнашып, дипломдар, сертификаттар менән бүләкләнде. Мәҫәлән, Бөйөк Еңеүҙең — 75, Хәтер һәм дан йылына арнап, шиғри күңелле апайҙар үҙҙәре яҙғанды ла, татар, башҡорт шағирҙары әҫәрҙәрен дә уҡып, шулай уҡ тыл хеҙмәтсәндәре үҙҙәренең башынан үткәнде һөйләп бик матур видеолар төшөрҙөләр. Шулай уҡ “Еңеү яҙы” вальсына ла, “Үлемһеҙ полк”ка ла ҡушылдылар.
Финиза Фазлинур ҡыҙы шәхси тормошонда ла уңған, маһир, бөтмөр ҡатын-ҡыҙ, һөйөклө тормош иптәше, балаларына яратҡан әсәй. Ул сығышы менән Сураш ауылынан. Шишмә-Үрәкәй ауылына кейәүгә сыҡҡанына 16 йыл булған. Тормош иптәше Йәлил Хәмзә улы менән ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр. Алия Арбаш мәктәбенең — 8-се, Руслан 6-сы класын тамамлай. Балалары ла үҙҙәре кеүек тырыш, әүҙем.
Финиза Асҡарованың яратҡан шөғөлдәре лә байтаҡ. Илһам килгәндә тыуған яҡ тәбиғәтенә арналған картиналар төшөрә. “Бала саҡтан һүрәт төшөрөргә яратам. Тәбиғәтте үҙ итәм. Урман-ҡырҙарҙа йөрөгәндә яратҡан йырҙарымды йырлайым. Шулай уҡ бейейем, ауыл мәҙәниәт йортонда үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнашам. Был эшемә килгәнсе художество етәксеһе вазифаһын башҡарҙым. Төрлө прическалар яһарға ла әүәҫмен, ауылдаштарым сәс киҫтерергә лә миңә йөрөй”, — тип үҙенең яратҡан шөғөлдәре тураһында һөйләне тырыш китапханасы.
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас: