Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
13 Ғинуар 2020, 23:50

Уйландыра, тетрәндерә, фәһем бирә

Урмияҙ ауылы китапханаһында Тәскирә Даянованың “Һуңғы шырпы” әҫәре буйынса фекер алышыу ойошторалар.

Китап – белем шишмәһе. Башҡорт шағир-импровизаторы Нурмөхәмәт Йомрани ҙа был фекерҙе иҫбатлап, “Донъяла аҡыллы һәм ырыҫлы булғың килһә, китап уҡы, китаптан айырылма, шунда бәхет табырһың”, - тип юҡҡа ғына әйтмәгән. Китап уҡыу кешегә белем өҫтәй, күңеленә изгелек орлоҡтары сәсә. Ошоно күҙ уңында тотоп, Урмияҙ ауыл китапханаһы китапханасыһы Маргарита Әүхәҙиева китап уҡыуҙы популярлаштырыу өсөн яңы алымдар эҙләй, төрлө формалағы һәм йүнәлештәге саралар ойоштора. Мәҫәлән, яңы ғына китап уҡырға яратыусы ағинәйҙәр менән Тәскирә Даянованың “Һуңғы шырпы” әҫәре буйынса фекер алышыу ойоштора.

-Повесть буйынса фекер алышыу бик ҡыҙыҡ, фәһемле булды, тормоштан миҫалдар килтерҙек, сағыштырҙыҡ, илашып та алдыҡ. Элек уҡылған китап буйынса фекер алышыуҙар күпләп үткәрелә ине, хәҙер ул эш бер аҙ онотолдо.Уны шулай яңынан тергеҙеп, йәнләндереп ебәрергә кәрәк, - тип тәьҫораттары менән бүлеште ағинәйҙәр ойошмаһы рәйесе Сәлимә Әнүәр ҡыҙы.

- Әҫәр миңә лә бик оҡшаны.Уҡырға еңел тел менән яҙылған, артыҡ боролоштары юҡ. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ғаилә, балалар тип, ҡыйырһытыу-рәнйетеүҙәргә түҙеп йәшәүе сағылдырыла был повеста. Уйлап ҡараһаң, беҙҙең ауылдарҙа ла ундай яҙмышлы гүзәл заттар бар. Был көнүҙәк проблема. Әҫәр күңелгә үтеп инеп, эмоциональ яҡтан ныҡ тәьҫир итте, - тине Венера Әзһәт ҡыҙы.

Осрашып, уҡылған китап буйынса фекер алышыуҙарҙы артабан да дауам итергә килешә ағинәйҙәр.

"Заман башҡа, заң башҡа, тиһәләр ҙә китап уҡыуға ҡыҙыҡһындырыу уятыу өсөн элекке яҡшы һөҙөмтә биргән алымдарҙы ла ҡулланырға тура килә", - ти Маргарита Әүхәҙиева.

.

Наилә Имаева.

Автор тураһында

Даянова Тәскирә Байрам ҡыҙы – башланғыс класс уҡытыусыһы, балалар яҙыусыһы, Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөтә хеҙмәт юлын үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүгә арнаған.
Тәскирә Байрам ҡыҙы Асҡын районының Королево ҡасабаһында тыуа. Ләкин, күпмелер ваҡыттан һуң, ата-әсәһе үҙҙәренең тыуған яҡтары Мәсетле районы һөләймән ауылына күсеп ҡайта. Ләмәҙ-тамаҡ урта мәктәбендә белем ала.
1966 йылда 1-се һанлы Өфө педагогия училищеһына уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлай.
1971 йылдан алып 2003 йылға тиклем Мәсетле районының Йонос урта мәктәбендә башланғыс класс уҡытыусыһы, тәрбиәсе булып эшләй. Мәктәптә эшләгән йылдарында бәләкәстәр өсөн тәрбиәүи темаларға арналған бәләкәй күләмле әҫәрҙәргә ҡытлыҡ тоя һәм үҙе ижад итә башлай. Шулай итеп, «Аҡһаҡ ҡарға бүләге» (1994)тигән әкиәт китабы донъя күрә. Мәктәптең драма түңәрәге өсөн пьесалар яҙа. Йонос урта мәктәбенең драма түңәрәге был йылдарҙа республика һәм район кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа гел призлы урындар ғына яулай. Уларҙы «Башҡортостан» дәүләт телевидениеһы саҡырып, күрһәтә. Пьесалар балаларҙа илһөйәрлек сифаттары тәрбиәләй, геройҙары юғары әхләки принциплы, батыр һәм изге күңелле. Был пьесалар «Ҡанбаба» (2002) тигән китабында донъя күрә.
2002 йылда Мәҙәниәт министрлығы менән Милли йәштәр театры тарафынан бергәләп ойошторған мәктәп йәшендәге балалар өсөн ябыҡ пьесалар конкурсында призлы урын яулай һәм 2003 йылда «Артыҡбикә» пьесаһы Милли йәштәр театрында сәхнәгә ҡуйыла.
Тәскирә Даянова республика балалар баҫмалары «Аманат», «Аҡбуҙат», йәштәр өсөн «Шоңҡар» һәм республика әҙәби-художество-сәйәси баҫма «Ағиҙел» журналдары менән хеҙмәттәшлек итә. 1989 йылда әкиәттәре өсөн «Аманат», ә 2006 йылда – «һуңғы шырпы» повесы «Ағиҙел» журналдарының лауреаты була.
2008 йылда Республика балалар өсөн пьесалар конкурсында «Айҙар+Дилә» пьесаһы 2-се урын яулай.
Мәсетле районы администрацияһы ойошторған Рәшит Әхтәри исемендәге премия лауреаты.
2010 йылда «Изгелек уҡтыусыһы» тигән Өфө ҡала конкурсында «Балалар яҙыусыһы – үҫеп килгән быуынды рухи-әхләки яҡтан тәрбиәләүсе» номинацияһына лайыҡ була.
«Ышан, урман!» (2007) китабында повестар, хикәйәләр һәм новеллалар тупланған. Уларҙа балалар тормошонда наркомания, социаль тигеҙһеҙлек, йәмғиәттә.

2009 йылда Тәскирә Даянованың ололар өсөн “Һуңғы шырпы” тигән китабы донъя күрҙе. Китапҡа ингән повесть һәм хикәйәләрҙә ҡатын-ҡыҙ яҙмыштары бәйән ителә. Хәҙерге буталсыҡ һәм ауыр заманда кешеләр тормошта үҙ урынын эҙләгәндә әҫәр геройҙары бәҫтәрен төшөрмәй, насар юлға баҫмай үҙ юлдарын табырға тырыша. Күңелдәрендәге изгелек, мәрхәмәт тойғолары уларҙы алға әйҙәүсе маяҡ булып тора.
Тормош иптәше Рим Әхмәҙулла улы менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр.

Интернет материалдары ҡулланылып әҙерләнде.

https://vk.com/taz.dayanova

Читайте нас: