Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
11 Ғинуар 2020, 15:15

Һөйөнсө! Күптәнге хыялы тормошҡа ашты!

Мәмдүнә Зарипованың «Ғүмерем миҙгелдәре» исемле шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе!Тулыраҡ:

Шиғри күңелле, матур уй-фекерҙәрен аҡ ҡағыҙға төшөрөүсе һәләтле райондашыбыҙ, «Йәнтөйәк» гәзитенең әүҙем хәбәрсеһе, «Ҡаҙансы ағинәйҙәре» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Мәмдүнә Зарипованың Яңы йыл алдынан күптәнге хыялы тормошҡа ашты − «Ғүмерем миҙгелдәре» исемле шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе. Был уның өсөн дә, әҙәбиәт һөйөүсе асҡындар өсөн дә ҙур һөйөнөс!
Ниһайәт, шиғырҙар йыйынтығымды ҡулыма алдым. Был, әлбиттә, сикһеҙ ҡыуаныс! Йыйынтыҡҡа 100-ҙән ашыу шиғырым ингән. Унда мөнәжәттәр, бағышлауҙар ҙа урын алған. Башҡа кешеләр, балалар яҙмышын күреп, ишетеп тыуған кисерештәр ҙә шиғри юлдарға теҙелде, - тип шатлығы менән уртаҡлашты Мәмдүнә апай.
Яңы ғына баҫылып сыҡҡан шиғыр­ҙар йыйынтығында Мәмдүнә Ғаян ҡыҙының яҙмышы, уй-хыялдары, күңел кисерештәре ярылып ята. Тыуған ер, тыуған ауыл, гүзәл тәбиғәтебеҙ, районыбыҙҙың оло ихтирамға лайыҡ кешеләре, туғандар, дуҫтар, мәңгелек һөйөү темалары ла сағылыш тапҡан уның ижадында. Һәр бер шиғыры уның ялҡынлы йөрәге, үткер зиһене аша үтеп, хистәргә, кисерештәргә уралып, күңеленән яралған. Шуғалыр ҙа шиғыр­ҙарының барыһы ла
тыңлаусыларының йөрәгенә үтеп инә.
Иҫке Ҡаҙансы ауылының иң әүҙем, рухлы ағинәйҙәренең береһе - 85 йәшлек Резидә Ғәбделәхәт ҡыҙы Сафина-Әхәтова ла Мәмдүнә Ғаян ҡыҙының шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сығыуына ҡыуанысын белдерҙе. “Беҙҙең Мәмдүнәбеҙ тапҡыр, йор һүҙле, шиғри күңелле ул. Һәр яҙғаны күңелгә ятышлы”, - тине “Йәнтөйәк”те бөгөн дә күҙлекһеҙ уҡыусы Резидә апай.
Әйткәндәй, Мәмдүнә Ғаян ҡыҙының ундан артыҡ шиғырына йырҙар ҙа ижад ителгән. Уларҙы үҙе лә, ҡыҙы, Нефтекама дәүләт филармонияһы йырсыһы Сулпан Ғафуръянова улы Юлай менән дә, билдәле йырсы Руфина Йәнбирҙина ла яратып башҡара.
Һүҙ ҡәҙерен белгән, шиғриәт моңон тойған Мәмдүнә Зарипованың ижад емеше – тәүге шиғырҙар йыйынтығы асҡындарҙы битараф ҡалдырмаҫ, уйландырыр, рухландырыр, нурландырыр.
Наилә Имаева.
Читайте нас: