Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
10 Декабрь 2019, 18:40

5Б-лар изге эш башҡарҙы

Хәйриә сараһына уҡыусылар ҙа ҡушылды

Үҙәк китапхана иғлан иткән “Йөрәктән-йөрәккә” хәйриә акцияһы тамамланыуға бара. Унда изге күңелле байтаҡ райондаштарыбыҙ, хеҙмәт коллективтары ҡатнашты. Хатта уҡытыусылар мәктәптәрҙә был изге эште ойоштороп, уҡыусылар ҙа ҡушылды.
Бөгөн Асҡын 2-се урта мәктәбенең 5Б класы уҡыусылары ла класс етәкселәре Айгөл Мәжит ҡыҙы менән сәләмәтлектәре сикле балаларға матур теләктәрен яҙып, “татлы” бүләктәр ебәрҙе. Айгөл Мәжит ҡыҙы уҡыусыларға был хәйриә акцияһының маҡсаты һәм әһәмиәте тураһында һөйләне. Малайҙар һәм ҡыҙҙар фәһемле сараға үҙ өлөштәрен индергәндәренә бик һөйөндө, бүләкте алыусы балаларға ныҡлы һаулыҡ, хыялдарының тормошҡа ашыуын теләне.
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас: