Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
30 Октябрь 2019, 14:35

Зөһрә апайҙан күстәнәс!

Урмияҙ ауылының рухлы, әүҙем ағинәйе Зөһрә апай Ғайнуллина бөгөн шиғри күстәнәс алып килде. Зөһрә Фидаил ҡыҙының районыбыҙ ауылдарына бағышлап яҙған шиғырын түбәндәге ссылка буйынса инеп уҡый алаһығыҙ:

Асҡын ауылдары

Һәр кем белә: Асҡын — матур төбәк,

Шишмәләре генә ни тора!

Тауҙарына, үҙәндәргә һыйынып

Ауылдары балҡып ултыра.

Һәр ауылда үҙем булмаһам да,

Бик күптәре миңә бик таныш.

Күргәндәрен барлап үтәйем әле,

Һәр береһенә бер аҙ туҡталып.

Тыуған ауылым — Урмияҙым минең,

Бигерәк яҡын инде үҙемә.

Тырыш, динле кешеләре менән

Ҡубияҙ ҙа нурлы күренә.

Үтәшкә мин бик йыш барып йөрөйөм,

Ауыл матур ғына, бәләкәс.

Үҙ ауылым кеүек булып бөттө,

Туғандарым бында йәшәгәс.

Ғәзиз өләсәйемдең тыуған ауылын —

Шишмә-Үрәкәйҙе мин күрҙем,

Ҡайһыһында кер сайҡаған, тиеп,

Күлдәренә төшөп йөрөнөм.

Иҫем китеп урамдарға баҡтым,

Өйҙәренә текләп ҡараным.

Өләсәйемдең йәне ҡағылдымы

Күңелемә, тиеп, уйланым.

Башта Кәмәшиҙе, унан — Сураш,

Икеһе лә матур урында.

Урал тауҙарының итәгендә,

Йомшаҡ һыулы Сарс буйында.

Сура батырҙанмы ҡалған исем?

“Су ураш”мы әллә, белмәҫһең.

Тик янынан үтеп киткән саҡта

Һоҡланмайынса үтеп китмәҫһең.

Иң матур ҙа, иң батыр ҙа ауыл

Һәр кем килешер ул — Солтанбәк!

Милләтенә, йәнтөйәккә, дингә

Кешеләре тоғро булған яҡ.

Ҡашҡа ла бит үҙенә башҡа түгел,

Шул уҡ йәмдәр, шул уҡ хозурлыҡ.

Шыршы, нарат үҫкән тауҙарына

Күҙең алмай ҡарап торорлоҡ.

Әмирҙе һуң нисек тасуирларға,

Ниндәй матур һүҙҙәр табырға?

Күрәйем тиһәң ожмах ҡыйпылсығын

Кил әле, һин, уны ҡарарға?

Әй, һағынып барам Үршиҙене

Бер аҙ ғына күрмәй торһам да.

Ҡайындары шаулап ҡаршы ала,

Шыршылары сыға ҡаршыма.

Сарс ағып килә тулҡынланып,

Йырлап сәләмләйҙәр шишмәләр.

“Һаумы!” — тигән кеүек, баш осомдан

Йырсы ҡоштар осоп үтәләр.

Һағынам да, барам Үршиҙегә

Күңел тыныслығы табырға.

Дуҫтым, еңгәм, йәштәш Фәнизәнең

Көләс йөҙҙәренә бағырға.

Асҡынымдың ҡалған ауылдары,

Миңә үпкәләп ҡуя күрмәгеҙ.

Беҙҙе лә бит килеп күрҙе, тиеп,

Ник яҙманы икән тимәгеҙ.

Мин яратам һеҙҙе, барығыҙҙы:

Әсәм үҫкән Олокүлдәрен,

Ҡарткиҫәктәрен дә, Төлгөҙбашын,

Ҡаҙансыларын һәм Упҡанкүлдәрен.

Йәшәгеҙ, һеҙ, ел-дауылдар күрмәй,

Әсе зәмһәрирҙәренән ҡурыҡмай.

Борон бабаларҙың килеп ҡорған,

Йылы нигеҙҙәрен һыуытмай.
Читайте нас: