Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
28 Октябрь 2019, 14:41

Яңы китап донъя күрәсәк!

Районыбыҙҙың шиғри күңелле, рухлы, әүҙем ағинәйе Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы Зарипованың яҡын көндәрҙә шиғырҙар йыйынтығы донъя күрәсәк! Был китапҡа Мәмдүнә апайҙың тормош иптәше Зөлфәҡәр Имаметдин улының 70 йәшлек юбилейы уңайынан яҙылған әле генә табанан төшкән шиғыры ла ингән. Был турала тулыраҡ түбәндәге ссылка буйынса инеп уҡый алаһығыҙ:

Ысын яратыу, ысын мөхәббәт

Мутабаштың ауылынан

Үтеп йөрөнөм кистәрен.

Мөхәббәтем унда тиеп,

Уйламаным һис тә мин.

Осраштыра, ҡауыштыра,

Яҙмыш тигән бер нәмә.

Баш әйләнә, күҙ бәйләнә,

Никах ваҡыты етһә.

Ысын мөхәббәт, ысын яратыу,

Әйтелмәй ул ҡысҡырып.

Балалар үҫә, ваҡыт үтә,

Тормош туҙанын туҙҙырып.

Һөйөү ялҡындары менән

Илле йыл үтеп бара.

Яҙғы ташҡын һыуҙай,

Ғүмерҙәр уҙып бара.

Яратып та, яратылып та,

Йәшәнем мин донъяла.

Илле йыл ваҡыт уҙыр, тип

Инмәй ине уйға ла.

Яратыу ялҡындарының,

Емештәре бар беҙҙең.

Олоғайған көндә генә

Мөхәббәтте мин һиҙҙем.

Эс серемде һөйләмәйенсә,

Һис тә булдыра алмайым.

Һөйгәнемде шиғыр менән

Ҡотламай ҡала алмайым.

Барлыҡ хистәрем дә минең,

Шиғыр юлдары аша.

Тыуған көнөң менән тигән,

Һүҙҙәр тормошҡа аша.

Әллә нигә шиғри юлдар,

Килә минең күңелгә.

Ябай ғына ҡотлаһам да,

Булыр ине бөгөнгә.

Мөхәббәтем, һин матурым,

Ҡайҙа һинең гармуның?

Шул гармундың моңдарында.

Минең һөйөү ялҡыным.

Бир, бәғерем, ҡулыңды,

Мин дә бирәм ҡулымды.

Ҡайғы, хәсрәт урап үтһен,

Шатлыҡ баҫһын юлыңды.

Тыуған көнөң ҡотло булһын,

Әйтәм бөгөн ҡысҡырып.

Ә һин, бәғерем, ал гармуның,

Уйнап ебәр һыҙҙырып.

Һин уйнарһың, мин йырлармын,

Шул булыр минән бүләк.

Ғүмерле бул, оҙаҡ йәшә,

Минән һиңә шул теләк.

Читайте нас: