Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
28 Октябрь 2019, 17:00

“20 йәшкә йәшәреп ҡайтҡандай булдыҡ!”

“Ауаз” фестиваленән “Гөлнәзирә”ләрҙең ниндәй тәьҫораттар алып ҡайтыуын түбәндәге ссылка буйынса инеп уҡый алаһығыҙ:

Илеш районында үткән III асыҡ “Ауаз” башҡорт этник мәҙәниәте һәм заманса сәнғәт фестивалендә Үршиҙе ауылынан Альбина Насырова етәкләгән “Гөлнәзирә” фольклор ансамбле ҡатнашып, уңышлы сығыш яһаны. Районыбыҙ һәүәҫкәрҙәре гала-концертта ҡатнашыу хоҡуғы алып, махсус призға лайыҡ булды. Фестиваль башҡорт фольклорын һаҡлау һәм пропагандалау, иң яҡшы коллективтарҙы һәм башҡарыусыларҙы асыҡлау, йәштәрҙе халыҡ ижадына йәлеп итеү, уны байытыу, тулыландырыу, һөнәри башҡарыу сәнғәтен үҫтереү маҡсатында ойошторолдо.


— Бындай республика кимәлендәге сарала беренселәй ҡатнашабыҙ. Ундағы йылы мөхиткә эләгеү менән бар борсолоуҙарыбыҙ онотолдо. Беренсе көндә һайлап алыу турында “Аулаҡ өй” йолаһын сәхнәләштерҙек. Үҙебеҙ яҙған таҡмаҡтарҙы йырлап, мөнәжәт әйтеп, беҙҙең яҡтарҙа киң таралған “Кем һуҡты?” тигән уйынды уйнап, күңелле тамаша күрһәттек, — тип тәьҫораттары менән бүлеште

“Гөлнәзирә” фольклор ансамбле ағзалары Фәнизә апай Сәлимгәрәева менән Рәүеф ағай Ниғәмәтйәнов. — Икенсе көнгә гала-концертҡа үтеүебеҙҙе белгәс, тағы ла ҡыуандыҡ. Унда барыһы 21 номер булды. Беҙҙе Рәйеф Хәләф улы — бик оҫта режиссер концертҡа әҙерләне. Ул сәхнәлә үҙебеҙҙе нисек ышаныслы тоторға, нисек сығырға, нисек һөйләргә күрһәтеп, ябай ғына итеп өйрәтте, фәһемле кәңәштәрен бирҙе, сценариға ла үҙгәрештәр индерҙе, артыҡ ерҙәрен ҡыҫҡартты. Әйтерһең, ул тылсымлы таяғын беҙҙең өҫтән һелтәп алды: беҙ шул тиклем еңеллек һәм ышаныс менән ролдәребеҙҙе башҡарҙыҡ. “һеҙҙең менән тағы ун көн шөғөлләнһәм, үҙегеҙҙе Мәскәүгә алып барырға була”, тип беҙҙе шаяртып алды, дәртләндереп тә етмәһә. Беҙ “Ауаз”дан дәртләнеп, рухланып, күп нәмәгә өйрәнеп, башҡаларҙы күреп, 20 йәшкә йәшәргәндәй булып ҡайттыҡ. Беҙҙең менән барып, һәр саҡ ярҙам итеп йөрөүсе Рәзинә Фәйзуллинаға ла бик рәхмәтлебеҙ.
Читайте нас: