Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
23 Октябрь 2019, 17:17

Изгелек, йылылыҡ менән һуғарылған фильм

Беҙ, Башҡорт дәүләт университеты Бөрө филиалының филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультеты студенттары һәм уҡытыусылары, “Аврора” күңел асыу комплексына Александр Галибиндың “Һеңлекәш” фильмына барҙыҡ.

Фильм миндә бай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Повесты уҡығандан һуң уның буйынса төшөрөлгән фильмды ҡарау бөтөнләй икенсе тойғолар уятты. Актерҙар Арыслан Ҡырымсурин һәм Марта Тимофеева бәләкәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, тулыһынса ролгә инеп, ҙур оҫталыҡ менән һуғыш осоро балалары яҙмышын күрһәтә алды. Фильм һуғыш тураһында булһа ла, бында күберәк кешелеклелек, изгелек төп урында тора: ябай халыҡ бер-береһен ауырлыҡта ташламай, булыша, кеше балаларын үҙ балалары кеүек ҡарай, тәрбиәләй; бәләкәйҙәр ҙә аҙаҡҡы телем икмәге менән булһа ла бүлешергә тырыша. Бәләкәс Йәмил дә 6-7 йәшендә үк ысын ир-егет була, сөнки уның хәҙер украин ҡыҙы Оксана исемле һеңлекәше бар. Фильм барышында балаларҙың дуҫлашыуын, аҙаҡта бер-береһен ысын ағай менән һеңле итеп хис итеүен күҙәтәбеҙ.

“Һеңлекәш” фильмы миңә бик оҡшаны, уны тағы ла бер нисә тапҡыр ҡарағы, повесты ла уҡып сыҡҡы килде. Фильм башынан аҙағына тиклем изгелек, йылылыҡ менән һуғарылған.
Ләйсән Хаматова.
Читайте нас: