Йәнтөйәк
+1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
22 Октябрь 2019, 17:30

Мостай Кәрим — башҡорт әҙәбиәтенең ғорурлығы

Мишкә районы Янағош мәктәбендә Мостай Кәримгә бағышланған аҙналыҡ үтте.

Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыллығына арналған сараларҙан беҙҙең Янағош мәктәбе лә ситтә ҡалманы. Әҙиптең тормош юлы һәм ижадын байҡау өсөн мәктәптә аҙналыҡ иғлан ителде. Аҙнаның беренсе көндәрендә дәрестәрҙе Мостай Кәримдең ижадын өйрәнеүгә бағышлаһаҡ, ҡалған көндәрен уҡылған әҫәрҙәргә иллюстрация эшләү, ижады һәм тормош юлы буйынса кроссворд, ребустар төҙөү менән дауам иттек. Шулай уҡ шағирҙың шиғырҙарын башҡорт, татар, рус телдәрендә өйрәндек. Аҙнаны йомғаҡлап, башҡорт теле уҡытыусыһы Бикбулатова Таңсулпан Нуриман ҡыҙы менән татар теле уҡытыусыһы Заһитова Әлфинә Әлфрит ҡыҙы “Мостай Кәрим әҙәбиәтебеҙҙең ғорурлығы” исемле сара ойошторҙо. Был әҙәби сарала Әлфинә Әлфрит ҡыҙы халыҡ шағиры Мостай Кәрим тураһында мауыҡтырғыс әңгәмә ҡорһа, Таңсулпан Нуриман ҡыҙы әҙиптең һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы тыңлатып, беҙҙе хайран ҡалдырҙы. Сараның икенсе өлөшөндә Мостай Кәрим тураһында белгәндәребеҙҙе камиллаштырып, “Мөғжизәле ялан” уйынын уйнаныҡ. Барыбыҙҙан да уҙҙырып Сафиуллина Сабина, Бикбулатова Юлиә, Әхмәрова Ангелина бәйгелә еңеп сыҡты, афарин уларға. Сараның өсөнсө өлөшөндә Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” исемле әҫәре буйынса төшөрөлгән фильмынан өҙөк ҡараныҡ. Аҙналыҡ барыбыҙ өсөн дә бик оҡшаны. Һәр уҡыусы үҙе өсөн бик күп мәғлүмәт алды. Шундай фәһемле, ҡыҙыҡлы саралар өсөн Таңсулпан Нуриман ҡыҙы һәм Әлфинә Әлфрит ҡыҙына рәхмәтлебеҙ. Мостай Кәрим башҡорт әҙәбиәтенең ҙур ғорурлығы, беҙ уны беләбеҙ.
Бикбулатова Элина,

Янағош ауылы мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы.
Читайте нас: