Бер яҙмаһында Мостай Кәрим: “Ғүмер буйы йыр минең йәнемде тетрәтте, зиһенемде дауаланы. Дәрттәремә, һағыштарыма үлсәү булды. Хәйер, үҙем ошо көнгә тиклем эсемдәге моңдо, йыр итеп, тышҡа сығарғаным юҡ. Тәңре миңә көй ҙә, тауыш та бирмәгән, – ти. Шул уҡ ваҡытта Хоҙай Тәғәләгә рәхмәт әйткәндәй, – Күңелемде һаңғырау итмәгән. Ишетә ул, – тип өҫтәп ҡуйған да артабан бына ни тигән. – Тормош менән аралар бо¬ҙол-ғанда, ҡапыл иҫемә төшә: донъяла йыр бар бит әле” (“Ашҡаҙар” // М. Кәрим. Әҫәр¬ҙәр. – Өфө, 1998. – 4-се том, 303-сө б.).