Оҙаҡ йылдар Асҡын ауыл Советы ауыл биләмәһендә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Фәғилә Нурулла ҡыҙы башҡорт һәм татар шиғриәте менән йәштән үк ҡыҙыҡһына. Ул байтаҡ билдәле шағирҙарҙың шиғырҙарын яттан белә, төрлө шиғриәт кисәләрендә ҡатнашып, уларҙы тасуири итеп һөйләй. Шул иҫәптән Мостай Кәрим шиғырҙарын да яратып уҡый.