Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
18 Октябрь 2019, 11:56

Когалымда ла Мостай Кәримде уҡыйҙар

Асҡын мәғлүмәт үҙәге ойошторған “Беҙ Мостай иленән” флешмобына Төмән өлкәһенең Когалым ҡалаһында йәшәүсе Данфир Ғаянов та ҡушылды.

Ул сығышы менән Асҡын районының Ҡаракүл ауылынан, “Евразия” скважиналарҙы ремонтлау компанияһында цех начальнигы булып эшләй. Йыр-моңға ғашиҡ Данфир Тәлғәт улы Мостай Кәрим ижадын үҙ итә. Социаль селтәрҙәрҙә флешмоб үтеүен ишеткәс, ул да ихлас ҡушылды.
Читайте нас: