Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
18 Октябрь 2019, 13:23

Кескәйҙәргә Мостай Кәрим шиғырҙарын уҡыйҙар

Ҡашҡа ауылы “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы коллективы ла флешмобҡа ҡушылды

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан Ҡашҡа ауылы “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында ла саралар үтә. Кисә тәрбиәселәр “Мостай уҡыуҙары” тигән бик матур сара ойоштора. Улар кескәйҙәргә Мостай Кәрим тураһында һөйләп, уның йырҙарын башҡара, шиғырҙарын уҡып ишеттерә. Бөтә коллектив менән Асҡын мәғлүмәт үҙәге иғлан иткән флешмобҡа ла ҡушыла.
Эльза Әфтәхова фотоһы.


Читайте нас: