Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
18 Октябрь 2019, 12:03

Быҫҡыманың, янып дөрләнең...

Районыбыҙҙың танылған шағиры, бер нисә шиғри йыйынтыҡ авторы, районыбыҙҙың Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы Альфред Зәүҡәт улы Хәжимуллин Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан күптән шиғыр яҙып та ҡуйған! Альфред Зәүҡәт улының ижад емешен түбәндәге ссылка буйынса сайтыбыҙға инеп уҡый алаһығыҙ. “Беҙҙең өйҙөң йәме” булдың һәр саҡ, Оло өйҙөң — Башҡортостандың. Нуры инең беҙҙең күңелдәрҙә,Балҡып атыр һәр бер таңдарҙың.

Быҫҡыманың, янып дөрләнең...

Рус түгелһең, әммә россиян һин,

Күңелең менән моңға тулы һин.

Күп милләтле ғорур Рәсәйҙең

Һөйөп туймаҫ матур улы һин.

Бер ҡартаймаҫ ахыры быуаттарҙа

Оҙон, оҙон һинең бала саҡ.

Сабый күңеле менән Мостай ағай

Йөрәктәрҙә мәңге ҡаласаҡ.

“Беҙҙең өйҙөң йәме” булдың һәр саҡ,

Оло өйҙөң — Башҡортостандың.

Нуры инең беҙҙең күңелдәрҙә,

Балҡып атыр һәр бер таңдарҙың.

Прометейы булдың халҡыбыҙҙың,

Быҫҡыманың, янп дөрләнең.

Күңел утың менән яҡтырттың һин,

Ай тотолған ҡара төндәрен.

Күкрәгеңдән ҡоштар осорҙоң һин,

Шиғырҙарың — гүзәл ҡоштарың.

Ә ул ҡоштар күңеленә ҡунды

Йыр-моң һөйгән барлыҡ дуҫтарҙың.

Моң ағылды радиоалғыстарҙан

Таҙарғандай ине ер, һауа...

Һине һағынып әрней ҙур яра.

Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа.

Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә.

Йыр ағыла йөрәк түренән.

Ә йырҙың һис ахыры юҡтыр һымаҡ,

Ул йыр, ағай, һинең турала.

Читайте нас: