Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
17 Октябрь 2019, 17:56

Төркиәлә — Мостай рухы!

Асҡын мәғлүмәт үҙәге иғлан иткән ”Беҙ Мостай иленән” флешмобына гәзитебеҙҙең әүҙем хәбәрсеһе, тоғро дуҫы, бөгөн Төркиәлә ял итеүсе Сания Сәлихова ла ҡушылды.

— Әлеге мәлдә республиканан йыраҡта булһам да, район һәм Башҡортостан яңылыҡтары менән көн дә танышып барам. Район гәзиттәре һәм “Йәнтөйәк” сайтында иғлан ителгән флешмобты күреп бик ҡыуандым. Биш йәшлек баланан алып 97-се йәше менән барған оло хөрмәткә лайыҡ ветерандың Мостай Кәрим шиғырҙарын уҡыуы күңелдәргә дәрт, илһам өҫтәне. Афарин, райондаштарым! — тип, флешмобҡа ҡушылды Сания Зәйнулла ҡыҙы.

Читайте нас: