Йәнтөйәк
-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
16 Октябрь 2019, 12:40

МОСТАЙ УЛ — МӘҢГЕЛЕК!

#читаеммустая_аскино

Яңы Ҡара ауылында йәшәүсе 96 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Малик Әғзәм улы Ғайсин да Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим ижадын яратып һәм тулҡынланып уҡый.


Бар ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлаған яугир бөгөн дә илһөйәрлеген, телһөйәрлеген, рух көсөн юғалтмаған. Илебеҙ Бөйөк Мостайҙың 100 йыллығын билдәләгән көндәрҙә Яңы Ҡара башланғыс мәктәбе уҡыусылары уҡытыусы апайҙары Гөлнара Шәйхинурова һәм ауыл китапханасыһы Ләйсән Ғәлимйәнова етәкселегендә оло хөрмәткә лайыҡ ветерандың хәлен белергә барҙы. Малик Әғзәм улы уҡыусыларға һәр саҡ шат. Был юлы ла ул дәртләнеп балаларға халыҡ шағирының “Россиянмын” шиғырынан өҙөк уҡып ишеттерҙе. Утты-һыуҙы кискән яугирҙың сәләмәтлеге ҡаҡшаһа ла, уның күңел байлығы, ихласлығы, Тыуған илгә, әҙәбиәтебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә булған һөйөүе кәмемәгән. Йәш быуын менән ошо рухи байлығы, хәтирәләре менән ихлас бүлешеүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына сәләмәтлек, рух ныҡлығы, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ!
Читайте нас: