Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
12 Октябрь 2019, 21:26

Ниагара шарлауығы – әләмебеҙ төҫөндә!

Республика көнө айҡанлы Канадалағы Ниагара шарлауығын Башҡортостан флагы төҫөнә “буяғандар”.

Был хәл ундағы ваҡыт менән 11 октябрҙә 22.00 сәғәттә (Өфө ваҡыты менән 12 октябрҙә 7.00 сәғәттә) теркәлгән.


Шарлауыҡ зәңгәр, аҡ, йәшел төҫтәргә мансылғанда, салют та булған. Өҫтәүенә бында яҡташтарыбыҙ милли кейемдә килгән һәм Башҡортостан әләмен тотоп торған. Бынан тыш, туған йыр-моңдарыбыҙ, баян тауыштары байрам сараһын тағы ла йәмләндереп, йәнләндереп ебәргән.


Был матур акцияны үткәреү тураһында Ниагара шарлауығы хакимиәте менән Канадалағы башҡорттар ҡоролтайына нигеҙ һалған Фәриҙә Сәмерханова һөйләшкән.
Читайте нас: