Фотоһүрәттәр 1 октябрҙә БР Милли музейында күргәҙмәгә ҡуйыла.
Европа мираҫы аҙналығы сиктәрендә бында 1-8 октябрҙә “Тәүтормош кешеһенең ер аҫты галереяһы. Оло асыштың 60 йыллығына” тип аталған фотокүргәҙмә эшләй.
Сара тәбиғәт ҡомартҡыһында боронғо палеолит дәүеренә ҡараған һүрәттәр табылыуына 60 йыл тулыуға арнала.
Ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы, Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге һәм “Шүлгәнташ мәмерйәһе” тарихи-мәҙәни музейы-ҡурсаулығы.
Экспозиция өсөн профессиональ фотограф Сергей Пешковтың, спелеолог Юрий Соколовтың һәм “Шүлгәнташ мәмерйәһе” тарихи-мәҙәни музейы-ҡурсаулығы ғилми хеҙмәткәре Раян Әхмәтйәновтың 30-ҙан ашыу үҙенсәлекле эше һайлап алынған. Бынан тыш, бихисап фотолар менән интерактив стенд һәм мәмерйәгә 3Д-тур әҙерләнә.
Шүлгәндең серле ер аҫты донъяһын күрергә Милли музейға рәхим итегеҙ!