Үткәнен белмәгәндең киләсәге юҡ, тиҙәр. Ошо яҙмамда һүҙ заманының бар асыһын-сөсөһөн күргән ауылдашым — һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, 3-сө дәрәжә Дан һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры Фәйзелғаян Нуриәхмәт улы Нуриәхмәтов тураһында. Сабый сағы Октябрь революцияһы, коллективлаштырыу осорона тура килеп, һуңынан Бөйөк Ватан һуғышы михнәттәрен, һуғыштан һуңғы ауырлыҡтарҙы кисерергә тура килә уға.
Фәйзелғаян Нуриәхмәт улы Балтас районының йәмле Танып йылғаһы буйында, Мишәр ауылында 1918 йылдың 10 мартында крәҫтиән ғаиләһендә тыуып үҫкән. Ябай колхозсы, балта оҫтаһы була. Һуғыш башланғанда ул Ҡаҙағстан яҡтарында тимер юлда эшләп йөрөгән. Хәрби хеҙмәткә алынғас, Ырымбурҙа хәрби әҙерлек курстарында уҡый. Унан уҡсы полк составында Сталинград фронтына оҙатыла. Танкка ҡаршы һуғыш алып барған махсус взвод командиры була. Бына шунда дошман менән күҙгә-күҙ осраша ла инде. Уларға аэродромды һаҡлау бурысы йөкләтелә. Был аяуһыҙ алышта Фәйзелғаян ҡыйыулыҡ күрһәтә. Танкка ата торған мылтыҡтан бер-бер артлы дошмандың өс техникаһын юҡ итә. Ошонда күрһәткән мәргәнлеге өсөн ул “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградлана.
Сталинград янында беҙҙекеләр дошманды ҡыйратҡандан һуң Фәйзелғаян хеҙмәт иткән полк Смоленск йүнәлешендә һөжүмгә күсә. Ҡаты бәрелештәрҙең береһендә уның һул ҡулы яралана. Өс айҙан артыҡ госпиталдә дауалана. Терелеп сыҡҡас, 1-се Украина фронты составында зенит ротаһында һуғыша. Львов йүнәлешендә икенсе тапҡыр яралана, был юлы тиҙ һауыға.
Көнбайышҡа сигенеп барыусы фашист еңелә барыуын һиҙеп, һәр ерҙә көслө ҡаршылыҡ күрһәтә. Стратегик әһәмиәткә эйә булған бер ауылды, яҡында ғына урынлашҡан тимер юлды ныҡлы оборона үҙәгенә әйләндерәләр. Йорт-ҡаралтыларҙы һүтеп, күп һанлы дзоттар яһаған булалар. Был иһә беҙҙекеләргә алға барырға ныҡ ҡамасаулай. Шуға күрә дивизия командиры һуғышсыларға: “Нисек кенә булһа ла, фашистарҙы юҡ итергә!” — тигән приказ бирә. Егеттәр ҡыйыу рәүештә алға ынтыла. Әммә дошман нығытмаларына бер-бер артлы яһалған һөжүм һөҙөмтә бирмәй. Аяуһыҙ алыш менән шулай көндәр үтә. Ауыр шарттарҙа беҙҙең яугирҙар һаман алға шыуыша. Нуриәхмәтов расчетҡа танкка ата торған снарядтар менән төҙәп атырға ҡуша. Ике дзот шартлатыла. Ләкин беҙҙең сафтар һирәгәйә бара, ә дошманға өҫтәмә көстәр килеп тора. Нисек кенә ауыр булмаһын, егеттәр алға барыуын дауам итә. Фәйзелғаяндар взводы ауылға беренсе булып бәреп инә. Тимер юл узелын, беҙҙең төп көс килеп еткәнсе, үҙ ҡулында тота. Байтаҡ фашисты әсирлеккә алалар. Ошонда күрһәткән батырлығы өсөн Фәйзелғаян Нуриәхмәтов 3-сө дәрәжә Дан орденына лайыҡ була.
Дошманды илебеҙҙән ҡыуып сығарғандан һуң ауылдашым Венгрия, Чехословакия, Польша ерҙәрен азат итеүҙә ҡатнаша, Берлинға тиклем барып етә.
Ҡыйыу яҡташыбыҙ күрһәткән батырлыҡтары өсөн “Праганы алған өсөн”, “Берлинды алған өсөн” миҙалдары, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.
Еңеү менән тыуған яғына ҡайтҡас, колхоздың төҙөлөш эштәрендә, емереклектәрҙе тергеҙеүҙә ҡатнаша. 70-се йылдарҙа Әхнәф Мөниров етәкләгән Балтас һөнәрселек техник училищеһында эшләй башлай. Оҙаҡ йылдар директорҙың хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын намыҫ менән башҡара. Хаҡлы ялға сыҡҡас та коллектив уны уҡыусылар менән осрашыуҙарға саҡыра. Хөрмәтле ветеран йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә. Бөгөнгө тыныс тормоштоң күп юғалтыуҙар аша яуланғаны, совет халҡының Тыуған илгә сикһеҙ мөхәббәте, яҡташтарының, ауылдаштарының батырлығы тураһында һөйләй ул.
Фәйзелғаян Нуриәхмәт улы Иҫке Яҡшый ауылы гүзәле Тәнзилә Нәбиулла ҡыҙы менән матур тормош юлы үтә. Ике ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтерәләр.
Хөрмәтле ветеран 1993 йылдың октябрендә, 75 йәшендә, баҡыйлыҡҡа күсә. Тормош иптәше Тәнзилә Нәбиулла ҡыҙы унан алда мәрхүм була.
“Ил тыныслығы беҙгә бик ҡәҙерле. Һәр кем үҙенең намыҫлы хеҙмәте менән имен тормошҡа лайыҡлы өлөш индерергә тейеш”, — тигән васыятын ҡалдыра ветеран. Ғүмерҙәрен аямай илебеҙгә тыныслыҡ килтергән ветерандар — Ватаныбыҙ ғорурлығы, батырлыҡ өлгөһө. Фәйзелғаян Нуриәхмәт улының да исеме ауыл һәйкәленә мәрмәр ташҡа мәңгелеккә уйып яҙылған.
Флидә Ғәлиева,
Балтас районының почетлы гражданы.
Фото архивтан.