Солтанбәк ауыл мәҙәниәт йортонда “Еңеү салюты” халыҡ ижады район фестиваленең төбәк этабы үтте.
Солтанбәк һәм Көнгәк ауыл биләмәләре ижади коллективтары үҙҙәренең конкурс программаһын тәҡдим итте.
Мәҙәниәт усағы фойеһында һуғыш темаһына күргәҙмә лә ойошторолғайны.
Тәбрикләү һүҙҙәре менән район хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Алина Закирова сығыш яһаны.
Фестиваль сиктәрендә батырлыҡ, тыныслыҡ, һуғыш, һөйөү, илһөйәрлек тураһында йырҙар яңғыраны. Күңелдәргә үтеп инерлек шиғырҙар, сәхнәләштерелгән тамашалар һуғыш йылдары килтергән афәтте, юғалтыуҙарҙы, ҡайғы-хәсрәтте күҙ алдына баҫтырҙы.
Тантаналы шарттарҙа Солтанбәк һәм Көнгәк ауыл биләмәләре башлыҡтары Лилиә Ғиләжева менән Фәнил Суфиянов сәхнәлә сығыш яһаған үҙешмәкәр артистарға рәхмәт белдереп, “Еңеү салюты” фестивале штандартын Табаҫҡытамаҡ ауыл биләмәһе башлығы Альбина Фәйзерәхмәноваға тапшырҙы.
Наилә Имаева.