Илгиз 1980 йылдың 25 ғинуарында Дауытлар ауылында ғаиләлә өсөнсө бала булып тыуа. Атаһы Ғәлинур Мулләхмәт улы ғүмер буйы киномеханик булып эшләй. Ул районды арҡырыға-буйға йөрөп сыҡҡан кеше. Әсәһе Рәзидә апай ғүмере буйы тыуған ауылында “Мир” колхозында эшләй. Илгиздән башҡа ғаиләлә ағаһы Илүс һәм апаһы Глүсә тәрбиәләнеп үҫә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2001 йылда ауырып, ағаһы донъя ҡуя. Бөгөн апаһы Борай ауылында ғүмер итә.
1986 йылда Дауытлар мәктәбенә 1-се класҡа уҡырға инә Илгиз. Урта белемде Кәшкәләү мәктәбендә ала. Артабан Балтас филиалының Борай ауылындағы 87-се һөнәрселек училищеһында үҙйөрөшлө машиналарҙа тракторсы-машинист белгеслеге ала.
1998 йылдың 12 майында Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафына алына Илгиз Ғәлинур улы. Хеҙмәте Рәсәй Эске эштәр министрлығы эске ғәкәрҙәренең Төньяҡ Кавказ округында Ставрополь өлкәһенең Зеленокумск ҡалаһында үтә. Курсты тамамлағас, отделение командирҙарын әҙерләү буйынса Ростов өлкәһе Шахты ҡалаһында урынлашҡан уҡыу хәрби часына ебәрелә. Унда отделение командиры, пехота десанты командиры белгеслеге ала Илгиз Ғәлинур улы. Уҡыуҙы тамамлағандан һуң үҙенең хәрби часына ҡайта һәм ике аҙнанан һуң 1999 йылдың апрелендә үҙенең хәрби часы менән Чечен Республикаһы менән административ сиктәрҙе һаҡлау буйынса хеҙмәт-хәрби бурыстарҙы үтәү өсөн Дағстан Республикаһына йүнәлә.
Бүленеш буйынса минең рота Ҡарағалы гидроузелына (Дағстан Республикаһының Кизляр ҡалаһы янындағы район) Терек йылғаһының түбән ағымына эләкте. Хәрби бурысыбыҙ — банда ойошмаларының Чечен Республикаһынан территорияға законһыҙ үтеп кереүенә, халыҡты ҡоллоҡҡа алып китеүгә юл ҡуймау, мал урлауҙы туҡтатыу, сик буйы территорияһында хоҡуҡ тәртибен һаҡлау. 1999 йылдың 29 июлендә, башҡа бүлексәләр менән алмаштырылғандан һуң, беҙҙең часть даими дислокация урынына Зеленокумск ҡалаһына күсте. Боевиктар Дағстанға бәреп кергәс, сентябрь башында беҙҙең батальон, мин дә шул составта, хәрби бурыстарҙы үтәү өсөн яңынан Дағстанға киттек. Беҙҙең рота Рәсәй Эске эштәр министрлығының оператив билдәләнештәге 22-се айырым бригадаһы позицияһын ала. Был нөктәлә бер нисә көн торҙоҡ, банда ойошмаларын кире Чечен территорияһына сығарҙыҡ. Был ваҡытта ил етәкселеге Төньяҡ Кавказ территорияһында контртеррористик операция башлау тураһында Ҡарар ҡабул итте һәм беҙ Ҡалмыҡстан аша Чечен Республикаһына табан ҡуҙғалдыҡ. Шулай итеп, 1999 йылдың 14 сентябренән 2000 йылдың 17 февраленә тиклем Дағстан һәм Чечен республикаларында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаштым, — тип һөйләне Илгиз Ғәлинур улы.
Хеҙмәтен тамамлағас, 2000 йылдың 20 февралендә тыуған яғына ҡайта. Артабан Кушнаренко ауыл хужалығы техникумында бухгалтер белгеслеген үҙләштерә. Диплом алғас, тыуған ауылындағы “Мир” хужалығында механизация буйынса бухгалтер һәм кадрҙар буйынса белгес булып эшләй. Һуңыраҡ 2004 йылдың октябренән 2005 йылдың авгусына ҡәҙәр шәхси эшҡыуарҙа күпләп һатыу склады мөдире була. Ике йыл Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса 3-сө район-ара инспекцияһында хеҙмәт һалғандан һуң, бөгөнгәсә Борай районының халыҡҡа социаль хеҙмәт күрһәтеү үҙәгендә эшләй. 2016 йылдан ситтән тороп Көнсығыш гуманитар иҡтисад-юридик академияһында юғары белем алып, иҡтисадсы була.
Эшендә абруй ҡаҙанған Илгиз Вәлинуров, өйөндә лә һөйөклө ир һәм ярҙамсыл атай. Тормош иптәше Илмира Фәрит ҡыҙы менән ике ул тәрбиәләйҙәр. Оло улдары Марат Борай 2-се гимназияһының 9-сы класын тамамлағас, Нефтекама нефть колледжында Нефть һәм газ ҡоролмаларын эксплуатациялау буйынса опреатор белгеслеген ала. Ил алдындағы бурысын Мурманск өлкәһенең Печенга биҫтәһендә Төньяҡ флотының Яр буйы көстәрендә Радиация, химик һәм биологик һаҡлау взводының өлкән химигы вазифаһында үтәй. Атаһы ғына түгел, олатаһының атаһы, туғандары, ғөмүмән, нәҫелендәге һәр ир-аттың барыһы ла тиерлек хәрби хеҙмәттә булған. Хеҙмәтен тамамлап, Марат бөгөн Себер яҡарында эшләй.
Вәлинуровтарҙың кесе улдары Марсель икенсе класта белем ала. Ул да атаһы, ағаһы кеүек Ватан алдындағы бурысын намыҫ менән үтәргә хыяллана.
Минең олатайым — Мулләхмәт Вәлинур улы Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та мобилизация менән алына. Ул 150-се уҡсы дивизияһында хеҙмәт итә. 1941 йылда Воронеж өлкәһендәге һуғыштарҙа һәләк була, — ти Илгиз Вәлинуров.
Илгиз Ғәлинур улы үҙе Чечен һуғышында ҡатнашҡан кеше. Бөгөн ул “Хәрби туғанлыҡ”Бөтә Рәсәй ветерандар ойошмаһының Борай бүлексәһе идараһы рәйесе булараҡ районда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итә. Гуманитар йөк йыйыуҙа, һәләк булыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүҙә әүҙем эш алып бара. Улдарына ла Ватан алдындағы бурыстарын намыҫ менән үтәргә кәрәклеген аңлатып үҫтерә.
Армиялала хеҙмәт итеү — егет кешегә бик кәрәк, тип һанай Вәлинуровтар. Унда кеше сынығып, ауырлыҡтарға бирешмәҫкә өйрәнеп, ныҡ ихтыярлы булып ҡайта, ти улар.
Лира ЮРАСОВА.
Борай районы.