Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
14 Февраль , 09:00

“Батырлыҡ һәм дан юлы”

Советтар Союзы Геройы Егор Орсаевҡа арналған сара үтте

“Батырлыҡ һәм дан юлы”
“Батырлыҡ һәм дан юлы”

“Башҡортостан ғорурлығы” проекты сиктәрендә илһөйәрлек сәғәте ойошторолдо. Проект Бөйөк Ватан һуғышы Геройҙары, уларҙың үлемһеҙ батырлығы тураһында һөйләй, тарихи хәтерҙе һаҡларға, йәш быуынды илһөйәрлек рухында, Тыуған ил, уның тарихына ғорурлыҡ тәрбиәләргә саҡыра.
Сарала район үҙәге халҡы, Мишкә 2-се полилингваль күп профилле һәм Камай мәктәптәре уҡыусылары ҡатнашты. Шулай уҡ Мишкә район ветерандар советы президиумы ағзаһы, Мишкә ауыл Советы беренсел ветерандар ойошмаһы рәйесе, ветерандар эше буйынса комиссия рәйесе Харис Ғайфуллин, Камай ауыл биләмәһе башлығы Герман Байдимиров һәм Советтар Союзы Геройы Егор Орсаевтың ҡыҙы Сәлимә Мельникова сараның мәртәбәле ҡунаҡтары булды.
— Ҡәһәрле һуғыштың ҡайтауазы кешеләр йөрәгендә әле лә тынмай. Беҙ был датаны, яҡты киләсәк өсөн башын һалған һалдаттарҙы оноторға тейеш түгел... — тип залдағыларға мөрәжәғәт итте алып барыусы Регина Исмәғилева.
Тыуған илде һаҡларға бөтә халыҡ ҡуҙғала. Һәр кемдең йөрәгендә дошманға нәфрәт ҡайнай. Һуғыш дошман бомбалары тауышы, емерелгән ҡала һәм ауылдар, фронтта һәләк булған, әсирлеккә алынған, концлагерҙарҙа язалап үлтерелгән миллионлаған һалдат булып халыҡ хәтерендә ҡалды. Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн 11 меңдән ашыу кеше (ҡайһы берҙәре үлгәндән һуң) Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була, уларҙың 104-енә был исем — ике, өсөһөнә (Георгий Жуков, Иван Кожедуб һәм Александр Покрышкин) өс ҡабат бирелә.
Быйыл Советтар Союзы Геройы, Ленин, Ҡыҙыл Йондоҙ, өсөнсө дәрәжә Дан ордендары кавалеры Егор Орсаевтың тыуыуына 115 йыл тула. Егор Орсаевич 1910 йылдың 12 июнендә Мишкә районының Камай ауылында тыуған. Милләте буйынса мари. Башланғыс белем алған. 1943 йылдан КПСС ағзаһы. Армияға алынғансы колхозда бригадир булып эшләгән. 1942 йылда Мишкә хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 683-сө артиллерия полкының орудия расчеты менән етәкселек итә (214-се уҡсы дивизия, 52-се армия, 1-се Украина фронты).
Сержант Егор Орсаев 1945 йылдың 26 ғинуарында Польшаның Олава ҡалаһы эргәһендә Одер йылғаһында барған яуҙа батырлыҡ күрһәтә. Одер йылғаһына яҡынлашҡан уҡсы ротаны һаҡлап, дошмандың ике пулеметын юҡ итә. Ҡоралды йылғаның ҡаршы яғына оҙатып, ҡыйыу артиллерист ярҙам килеп еткәнсе алған рубежды тота.
СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 10 апрелендәге Указы менән командованиеның хәрби бурыстарын өлгөлө үтәгәне һәм күрһәткән батырлығы өсөн сержант Егор Орсаевҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Геройҙың исемен Камай урта мәктәбе һәм Мишкә ауылында урам йөрөтә. Ул йәшәгән өй стенаһында мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Патриотик сарала Мишкә район ветерандар советы президиумы ағзаһы Харис Ғайфуллин Егор Орсаевичтың тормош юлы тураһында һөйләне.
Һуғыштан һуң ул тыуған яғына ҡайта. Ҡатыны Әлимә Байтур ауылынан була, улдары Иван һәм ҡыҙҙары Сәлимә тыуа. Ғаилә башлығы “Ленин юлы” колхозында бригадир ярҙамсыһы булып эшләй башлай, һуңынан колхоз менән етәкселек итә.
Ул, әлбиттә, һуғышта батырлыҡ күрһәткәнен белә һәм Мишкә хәрби комиссариатына саҡырылғас, аптырап ҡалмай. Хәрби комиссар Егор Орсаевичҡа юғары награда бирелеүе тураһындағы указды уҡып күрһәтә. Аҙаҡ уны Чкаловск (хәҙер Ырымбур) ҡалаһына ебәрәләр һәм унда Советтар Союзы Геройының Алтын Йондоҙон тапшыралар. Ҡыйыу райондашыбыҙ 1951 йылдың 25 сентябрендә мәрхүм була.
Харис Ғарифулла улы Егор Орсаев кеүек райондаштарыбыҙҙы онотмаҫҡа кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алып, Камай мәктәбендә уҡыған әлеге көн батырыбыҙ, МХО-ла ҡатнашҡан яугир ҡаһарманлығы тураһында ла һөйләне.
Патриотик сарала Алексей Ибулаев, Камай ауыл мәҙәниәт йортоноң “Нурпеледыш” вокаль ансамбле ағзалары башҡарыуында рухлы йырҙар яңғыраны. Тамашасылар алдында Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре лә сығыш яһаны.
Камай ауыл биләмәһе башлығы Герман Байдимировтың сығышынан һуң Ильяс Яхин әҙерләгән видео-ролик күрһәтелде. Экрандан тамашасыларға Советтар Союзы Геройының ҡыҙы Сәлимә Егоровна мөрәжәғәт итте. Уға 80 йәш, шулай булыуға ҡарамаҫтан, әүҙем тормош алып бара, патриотик сараларҙа ҡатнаша. Ул район етәкселегенә фатир биргәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм атаһы, уның батырлығы менән ғорурланыуы тураһында әйтте.


Светлана Тоймырҙина.

Мишкә районы.

Автор:
Читайте нас: