Ауыл биләмәһе башлығы иңенә урындағы үҙидара мәсьәләләре генә ятмай, уға биләмәлә йәшәгән халыҡтың именлеге, территорияны төҙөкләндереү һәм башҡа мөһим һорауҙар өсөн дә яуап бирергә тура килә. Шуға ла ошо вазифала йәнтөйәге өсөн йән атҡан, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итә һәм киләсәккә пландар ҡора белгән кеше генә эшләй ала. Мишкә районының Янағош ауылынан Раик Заһитов ошондай етәкселәрҙең береһе.
Раик Тимерхан улы кеүек кешеләр тураһында “ҡайҙа тыуған, шунда кәрәккән”, тиҙәр. Бөрө педагогия институтын тамамлағандан һуң йәш белгес һигеҙ йыл мәктәптә эшләй, аҙаҡ 10 йыл “Маяҡ” колхозы етәксеһе була. 2000 йылдан ул Уръяҙы ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын намыҫ менән башҡара.
Раик Заһитов етәкләгән биләмәгә Янағош, Уръяҙы, Сабай, Яңы Сәфәр, Башбайбаҡ ауылдары инә. Территорияла хосуси милек һәм ҡуртымға файҙаланыу иҫәбендә 405 хужалыҡ бар, дөйөм һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары юҡ. Халыҡҡа ике — Янағош һәм Уръяҙы фельдшер-акушерлыҡ пункттары медицина ярҙамы күрһәтә. Бер ауыл һәм бер моделле китапхана, ике клуб, Мишкә ветеринария дауаханаһы филиалы, республика әһәмиәтендәге Ғ. Заһитов исемендәге Хәрби һәм хеҙмәт даны музейы эшләй.
— Хакимиәт эшендә иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе — ауыл биләмәһе территорияһын төҙөкләндереү һәм санитар таҙартыу, — тип һөйләй Раик Тимерхан улы. — Ошо һорауҙарҙы хәл итеү төрлө кимәлдәге бюджеттан эштәрҙе һәм сараларҙы финанслау, башланғыстар, халыҡтың ҡатнашыуы һәм ярҙамы, бағыусыларҙың финанс булышыуы иҫәбенә башҡарыла. Һуңғы йылдарҙа күп кенә проблемалар Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы, “Аныҡ эштәр” проекты сиктәрендә хәл ителә.
Һуңғы 10 йыл эсендә төҙөкләндереү буйынса ҙур эш башҡарылды. Биш ауылда ла урамдар яҡтыртылды, сүп-сар өсөн контейнер майҙансыҡтары ҡуйылды, юлдар даими ремонтлана, барлыҡ ауылға ла газ үткәрелде.
Халыҡ менән берлектә Яңы Сәфәр, Башбайбаҡ ауыл зыяраттарының кәртәһе алмаштырылды, Сабай, Уръяҙы һәм Башбайбаҡ зыяраттарында хужалыҡ будкалары төҙөлдө, Яңы Сәфәр, Уръяҙы, Башбайбаҡта шишмәләр территорияһы кәртәләп алынды. Уръяҙыла, Янағошта, Башбайбаҡта балалар майҙансыҡтары ҡуйылды.
Яңы Сәфәр ауылында быуа быуылды, мәсет һәм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусыларға һәйкәл асылды.
Янағош ауылында клуб һәм медпункттың түбәһенә ремонт яһалды, элекке колхоз контораһы бинаһы моделле китапханаға үҙгәртелде, газ үткәрелде, ә райпо магазины бинаһы Ғәзи Заһитов музейына әйләндерелде. Ауылда һыу үткәргес бар. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарға һәйкәл ҡуйылды.
Сабай ауылына ла “зәңгәр яғыулыҡ” килде, Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы ярҙамында зыярат ҡоймаһы алмаштырылды.
Шулай бер нисә йыл элек Башбайбаҡ ауылына ла газ үткәрелде, бирелә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға арналған обелиск төҙөлдө.
Уръяҙы ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына ҡуйылған һәйкәлгә реставрация эшләнде, Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса зыярат кәртәһе алмаштырылды, колхоз идаралығы бинаһында социаль үҙәк төҙөлдө, пунктта тәҙрәләр яңыртылды.
Сабай, Уръяҙы, Янағош ауылдарында янғын помптары һәм һауыттары бар. Ауыл биләмәһе территорияһында К. Бәширов крәҫтиән-фермерлыҡ хужалығы 3,5 мең гектарҙа ер эшкәртә, В. Заһитовтың “Вебпродукт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте йәшелсә һәм емеш-еләк культуралары үҫтереү менән шөғөлләнә.
Ғәзи Заһитовтың ҡәберен төҙөкләндереү, Яңы Сәфәр ауылы быуаһы территорияһын таҙартыу һәм төҙөкләндереү, Сабай ауылы зыяратына ҡапҡа һатып алып ҡуйыу, Янағош ауыл клубына — тауыш көсәйтеү аппараты, музейға телевизор тапшырыу һәм башҡалар “Атайсал” проектының мөһим эштәре булып һанала.
Раик Тимерхан улы халыҡ наказдары, башҡарылған эштәр, киләсәккә пландар тураһында һөйләне лә һөйләне. Ә минең Заһитовтарҙың ғаилә ҡиммәттәре хаҡында ла белгем килде.
— Атай-әсәйем Тимерхан Ғәйетхан улы һәм Миңьямал Шәрифйән ҡыҙы беҙҙә, балаларында, тыуған яғыбыҙға һөйөү тәрбиәләне. Һигеҙ баланың өсөһө генә тыуған ауылында төпләнеп ҡалһа ла, етеһе бирелә өй төҙөнө. Шулай булғас, улар ҙа беҙҙең менән, уларҙың балалары һәм ейәндәре Янағошта йыш була, тамырҙарын белә. Улар тыуған ауылда саралар үткәргәндә йыш ҡына финанс ярҙам күрһәтә. Атай-әсәйебеҙ хеҙмәт һөйөүсән, намыҫлы колхозсылар булды, ғүмер буйы мал ҡараны, беҙгә яҡшы тәрбиә бирергә, белем алырға ярҙам итергә тырышты. Ҡәҙерлеләребеҙгә бының өсөн беҙ бик рәхмәтле, — тип һөйләй Раик Тимерхан улы.
Заһитовтар, ысынлап та, ихтирамға лайыҡ балалар үҫтергән. Улдары Әлфит Тимерхан улы — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған автотранспорт хеҙмәткәре”, Ғәҙелхан Тимерхан улы “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе” маҡтаулы исемдәрен алған. Күптән түгел Раик Тимерхан улының да намыҫлы хеҙмәте “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған урындағы үҙидара хеҙмәткәре” исеме менән билдәләнде.
Раик Тимерхан улының тормош иптәше Әлфинә Әлфрит ҡыҙы ла — Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, мәктәптә 36 йыл рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән. Улар дүрт бала үҫтергән, икеһе — тәрбиәгә алынған. Балалары тормошта үҙ юлын тапҡан, төрлө өлкәләрҙә, төрлө ҡалаларҙа йәшәй һәм эшләй. Шулай булһа ла, улар Янағошта тамырҙары барлығын, унда уларҙы һәр ваҡыт ата-әсәһе, туғандары көтөүен яҡшы белә.
Фирҙәүес Ҡадиҡова.
Мишкә районы.