Йәнтөйәк
-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
10 Сентябрь , 16:07

Юғары бүләккә лайыҡ булды

Күптән түгел Өфөлә, донъя кимәлендәге Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы кампус майҙанында, 5-се “Атай ҡаһарманлығы” республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Әлеге сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2023 йылдың 22 ноябрендәге Указы менән билдәләнгән Бөтә Рәсәй Ғаилә йылына бағышланғайны.

Юғары бүләккә лайыҡ булды
Юғары бүләккә лайыҡ булды

“Атай ҡаһарманлығы” бүләге 2020 йылдан Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы инициативаһы менән ғаилә сәйәсәтенең төбәк концепцияһын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә бирелә. Проекттың маҡсаты — балалар тәрбиәләгән, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған, ғаилә ҡиммәттәрен һәм традицияларын һаҡлап ҡалыу һәм яңыртыу өсөн шарттар тыуҙырған, йәмғиәттә әхлаҡи мөхитте яҡшыртҡан, муниципалитеттың һәм республиканың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан атайҙарҙың уңыштарын бүләкләү һәм йәмәғәтселек тарафынан таныу.
— Минән йыш ҡына балаларымды нисек тәрбиәләүемде һорайҙар. Иң яҡшы тәрбиә — шәхси өлгө, тип уйлайым. Үҙ хеҙмәтең, үҙ-үҙеңде тотошоң менән күпмелер ваҡыттан һуң балаңдың ниндәй буласағын формалаштыраһың. Ҡыҙҙарыбыҙҙы йәки улдарыбыҙҙы тәрбиәләгәндә уларҙың яҡшы кешеләр генә түгел, ә үҙ иленең ысын граждандары һәм патриоттары булып үҫеүе мөһим, — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров конкурс еңеүселәре менән осрашыу барышында.
Быйыл был конкурста бүләкләнеүселәр араһында Балтастан да бар. Райондашыбыҙ Радик Ғарипов — республиканың иң яҡшы атайҙары исемлегендә. Радик Данис улы тормош иптәше Оксана Рәис ҡыҙы менән 2006 йылда ғаилә ҡорған. Ғаилә башлығы — полиция хеҙмәткәре, ә Оксана Рәис ҡыҙы Иҫке Балтас башланғыс мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Матур, татыу ғаилә биш бала тәрбиәләй, районда үткән барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша.
— Беҙҙеңсә, күп бала тәрбиәләү — ул ниндәйҙер бер үҫеш. Һәр саҡ эштә, ҡайҙалыр ашығаһың, үҫешәһең, ынтылаһың, сабыйҙар менән бергә һөйөнәһең, улар менән һоҡланаһың, ғорурланаһың һәм бер ҡасан да бер урында ултырмайһың. Бына был — бәхет, — тип фекерҙәре менән уртаҡлаша Ғариповтар.
Ғүмер бүләк иткән ата-әсәһен, тәпәй баҫып киткән ғәзиз ерен, йәшәгән йортон яратып, хөрмәт итеп үҫкән кеше, һис шикһеҙ, йәмғиәттә үҙенең лайыҡлы урынан табасаҡ. Ирле-ҡатынлы Ғариповтар улдары һәм ҡыҙҙарының нәҡ бына ысын кеше булып өлгөрөүен һәм йәшәүен теләй.


Фекер...
Эльмира Ғарифуллина, Иҫке Балтас “Ғаилә” үҙәге етәксеһе:
— Бындай юғары дәрәжәләге бүләк артында кешенең, ғөмүмән, ғаиләнең үҙенсәлекле һәм бай тарихы тора. “Атай ҡаһарманлығы” атай кешеләрҙең мөһимлеген билдәләй, был ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу өсөн мөһим. Был проект, һис шикһеҙ, кәрәкле, уны алға табан тағын да нығыраҡ үҫтерергә кәрәк. 2024 йылда иғлан ителгән Ғаилә йылы был бүләктең әһәмиәтен тағын да нығыраҡ арттыра.

 

Фирғәт Нәбиуллин.

Юғары бүләккә лайыҡ булды
Юғары бүләккә лайыҡ булды
Юғары бүләккә лайыҡ булды
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: