Ҡәҙерлебеҙ, һиңә теләктәрҙең иң матурҙарын, ихластарын еткерәбеҙ. Киләсәктә лә , эштән йәм табып, күңел йылың менән тирә-йүнде яҡтыртып, бәхет нурҙарында ҡойоноп, муллыҡта, татыулыҡта йәшә. Ғүмер йомғағың шатлыҡ-ҡыуаныстар менән генә тәгәрәһен, күңелеңдәге бәхет ҡошо һәр ваҡыт шатлыҡтар ғына юрап һайраһын. Яҡындарыңды һөйөндөрөп, эшләгән эшеңдең бәрәкәттәрен, балаларыңдың изгелеген күреп, матур тормошта йәшәргә яҙһын.
Тырыш, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, имен, бәрәкәтле тормошта донъяны нурлы итеп, бәхетле йәшәүен теләйбеҙ. Мәрхәмәтле йөрәгеңә тағы ла йәшәү дәрте, донъяға булған һөйөү көсө өҫтәлһен, ихлас хәстәрҙәрең үҙеңә лә ҡот-ырыҫ булып ҡайтһын. Киләсәктә лә тормошҡа һөйөнөп, ҡәҙер-хөрмәт күреп ғүмер кисер, атыр таңдарың өмөт менән тулы булһын. Йәшеңә йылдар өҫтәлһә лә, дәрт-дарманың күп йылдарға етһен, йөҙөңдән һис ҡасан йылмайыу, бәхет нуры китмәһен.
Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын
Килә һиңә бүләк итәһе.
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Оҙон булһын ғүмерең,
Тыныс булһын һәр саҡ күңелең.
Бәхет шишмәләрең мул аҡһын,
Ҙур шатлыҡтар менән таң атһын!
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарың исеменән һеңлең Наилә.