Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
9 Апрель , 10:25

Миләүшә Нурмөхәмәт ҡыҙын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Асҡын мәғлүмәт үҙәге директоры урынбаҫары Миләүшә Нурмөхәмәт ҡыҙы Хөсәйенова бөгөн күркәм ғүмер байрамын билдәләй.

Миләүшә Нурмөхәмәт ҡыҙын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Миләүшә Нурмөхәмәт ҡыҙын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Һәр ваҡыт асыҡ йөҙлө, мөләйем, һәр кемгә иғтибарлы һәм ихтирамлы  булған хеҙмәттәшебеҙ бөгөн күркәм ғүмер байрамын билдәләй.

Миләүшә Нурмөхәмәт ҡыҙы   2002 йылдан алып район гәзиттәре редакцияһында  фиҙаҡәр хеҙмәт итә.  Ошо йылдар эсендә ул үҙен оҫта тәржемәсе, юғары ойоштороу һәләтенә эйә үткер ҡәләмле, ижади күңелле   журналист итеп танытты.  Уның күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы тарафынан да юғары баһаланды. Миләүшә Нурмөхәмәт ҡыҙы “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.  

Бөгөн тыуған көнөндә  хеҙмәттәшебеҙ  күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте, һөнәри оҫталығы һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән дә бүләкләнде.

 Әйткәндәй, ошондай уҡ  Почет грамотаһына “Йәнтөйәк” район-ара гәзите хеҙмәткәре  Илһөйәр Тәлғәт ҡыҙы Махатова ла лайыҡ булды. Хеҙмәттәштәребеҙҙе  ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!

 Яратҡан эшендә  оло ихтирамға лайыҡ журналист, тәжрибәле тәржемәсе, ғаиләһендә хәстәрлекле ҡатын, һөйөклө әсәй һәм өләсәй булған  Миләүшә Нурмөхәмәт ҡыҙына  ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ғаилә именлеге, балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәр шатлығы теләйбеҙ!  Хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙ менән алда ла шулай  районыбыҙ мәнфәғәтенә  матур итеп эшләргә яҙһын!

 Наилә Имаева.

Читайте нас: