Йәнтөйәк
-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
25 Март , 16:38

Маҡтаулы исемгә лайыҡ булды

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан Башҡорт опера һәм балет театрында мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. Бүләкләнеүселәр араһында талантлы райондашыбыҙ Владимир Хәмитов та бар ине.

Маҡтаулы исемгә лайыҡ булды
Маҡтаулы исемгә лайыҡ булды

Тантанала Баймырҙа ауыл мәҙәниәт йортоноң мәҙәни саралар ойоштороусыһы, «Акарт» халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе Владимир Ильич Хәмитовҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Владимир Ильич Баймырҙа ауыл мәҙәниәт йортонда 29 йыл эшләй. 2005 йылда ул мәҙәни усаҡта мари фольклорына битараф булмаған ауыл халҡын берләштереп, вокаль ансамбль ойоштора. 2016 йылдың 10 мартында “Акарт” фольклор ансамбленә “халыҡ коллективы” исеме бирелде.
Владимир Ильич йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнаша. Ул ирекмәнлек эшмәкәрлеге алып бара, төбәгебеҙҙең милли мәҙәниәтен үҫтереү, һаҡлау менән шөғөлләнә. Уның тырышлығы менән “Акарт” музыкаль-этнографик музейы асылды. Унда беҙҙең яҡтың костюмдары, музыка ҡоралдары, йырҙары урын алған. Ете йыл дауамында “Шокталте..., шокталте” (“Уйна..., уйна”) милли байрамын ойоштороу һәм үткәреү менән шөғөлләнә. Был сараға бөтә төбәктән тиерлек оҫта гармунсылар йыйыла.
Талантлы яҡташыбыҙ Владимир Хәмитовты “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм яңы ижади уңыштар, һүрелмәҫ йәшәү дәрте һәм илһам теләйбеҙ!


Илһөйәр Махатова әҙерләне.

Маҡтаулы исемгә лайыҡ булды
Маҡтаулы исемгә лайыҡ булды
Автор:
Читайте нас: