Йәнтөйәк
-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
11 Ноябрь 2023, 11:00

Туған тел һағында торған уҡытыусы

Надежда Павловна күркәм ғүмер байрамын билдәләне

Туған тел һағында торған уҡытыусы
Туған тел һағында торған уҡытыусы

Тынбай ауылы бик матур ерҙә урынлашҡан һәм ул тырыш, егәрле, хөрмәтле кешеләре менән данлы. Бар ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған Надежда Павловна Минаева нәҡ шундай оло ихтирамға лайыҡ уңғандарҙың береһе.
Ольга һәм Павел Шамратовтар ғаиләһендә ул Нина апаһы, Олег ағаһынан һуң өсөнсө бала булып донъяға килә. Үҙенән һуң тыуған Наталья һеңлеһе менән бер-береһенә терәк-таяныс булып үҫәләр.
Иң оло апаһы Нина 1953 йылғы. Ул да хеҙмәт юлын Тынбай мәктәбендә пионервожатый булып башлай. Кейәүгә сыҡҡас, Монар ауылында ашнаҡсы, һатыусы булып эшләй. Тормош иптәше менән дүрт балаға ғүмер бүләк итеп, уларға күркәм тәрбиә биреп үҫтерәләр. Яңы ғына 70 йәшлек юбилейын билдәләгән Нина Павловна алты ейән-ейәнсәренә бына тигән өләсәй булған.
Олег ағаһы иһә 1960 йылғы. Ул Саратов өлкәһендә йәшәгән, водитель булып эшләгән. Тормош иптәше менән ике бала үҫтергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Олег Павлович 2009 йылда ауырып донъя ҡуя.
Надежда Павловна Тынбай мәктәбендә һигеҙ класты тамамлағас, Благовещен педучилищеһында уҡый. Спортты үҙ итә: баскетбол, волейбол түңәрәктәрендә шөғөлләнә, саңғыла йөрөй. Уҡыу йорто данын төрлө кимәлдәге ярыштарҙа лайыҡлы яҡлай. 1984-1989 йылдарҙа Бөрө пединститутында белем ала.
1985 йылда ауылдың сибәр егете Олег Минаевҡа кейәүгә сыға. Ул колхозда иҫәпсе булып эшләй. Артабан мәктәптә башланғыс хәрби әҙерлек дәрестәрен алып бара, производствоға өйрәтеү мастеры була.
Йәш ғаилә тәүҙә төп йортта йәшәй, артабан ике ҡатлы ҙур йорт төҙөп сыға. Мөхәббәт емештәре булып ике ҡыҙ һәм бер малай донъяға килә. Минаевтар балаларын да үҙҙәре һымаҡ егәрле, маҡсатсан итеп тәрбиәләй.
Оло ҡыҙҙары Олеся — мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы. Тормош иптәше менән ике ҡыҙ үҫтерә. Ире мәктәп директоры. Ейәнсәрҙәре Анита – 11-селә, София 5-се класта тик яҡшы билдәләргә уҡый. Анита спорт менән шөғөлләнә, теннис, баскетбол, волейбол түңәрәктәренә йөрөй, төрлө ярыштарҙа призлы урындар яулай.
Икенсе ҡыҙҙары Екатерина Өфө юридик институтын тамамлаған, бөгөн Мишкәлә бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспектор булып эшләй. Тормош иптәше менән ул һәм ҡыҙ үҫтерә.
Улдары Дмитрий ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй. Үҙе — Себер яҡтарында, ә ҡатыны Өфөлә стоматолог булып эшләй.
Бына шулай, Надежда Минаева тырыш балалары, һәләтле ейән-ейәнсәрҙәре менән ғорурланып, бәхетле ғүмер кисерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош иптәше 2014 йылда ауыр сирҙән вафат булды.
Надежда Павловна ғүмер буйы балаларға мари теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. 14 йыл мәктәп директорының тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары булып эшләй. Дөйөм стажы — 40 йыл.
Күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы”, “Рәсәй Федерацияһы дөйөм мәғарифының маҡтаулы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды. 2006 йылда ул “Рәсәйҙең иң яҡшы кешеләре” энциклопедияһына индерелде.
Ә быйыл хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙ хаҡлы ялға сыҡты. Йыш ҡына мәктәпкә килеп, уҡытыусылар һәм уҡыусылар менән осраша, төрлө сараларҙа ҡатнаша. Беҙ уны һәр саҡ ҡыуанып ҡаршы алабыҙ.
Күптән түгел Надежда Павловна үҙенең 60 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне. Ошо уңайҙан уға ныҡлы сәләмәтлек, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр шатлығын күреп, артабан да имен тормошта бәхетле ғүмер итеүен теләйбеҙ. Беҙ уның менән сикһеҙ ғорурланабыҙ!
Серафима Яндугушева,
Тынбай мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы.

Автор:
Читайте нас: