Асҡын районының Яңауыл ауылында туғыҙ балалы ғаиләлә үҫеп, буй еткереп килгән Зәнфирәне, әсәһенең бер туған һеңлеһе Фая, үҙе йәшәгән Ҡаҙағстандың Күксәтау ҡалаһына алып китә. Зәнфирә һөнәр алып, штукатур-буяусы булып эшләй, медицина училищеһының киске бүлегенә уҡырға инә. Алты ай уҡығас, Зәнфирәләрҙең курсын, уҡыу программаһына ярашлы, мәйетханаға алып баралар. Шунда бер мәйеттең ҡулы тартыша башлай. Ундай хәлдәр булғылай шикелле медицинала. «Терелә» башлаған мәйетте күреп, ҡыҙҙар ҡурҡышынан сығып ҡаса. Башҡаса ул уҡырға бармай. Татарстандың Питрәч районының Чыты ауылынан килгән тракторсы Ғәйнетдин менән танышып, оҙаҡ ҡына дуҫлашып йөрөп, ғаилә ҡоралар. Ғәйнетдин оҫта гармунсы ла була, Зәнфирә моңло тауышы менән уға ҡушылып йырлай. Әйткәндәй, Зәнфирәнең бөтә туғандары ла моңлолар, оҫта музыканттар.
Аҡса һәйбәтерәк түләйҙәр икән, тигәнде ишетеп, йәштәр атаһының туғаны Хәтимә йәшәгән Төмән өлкәһенә юллана. Атаһы – урман хужалығына, әсәһе телефонист булып эшкә урынлаша. Башта – улдары Әхтәм, 1968 йылдың 19 авгусында Рәзидә тыуа. Балаларҙы туған мөхиттә тәрбиәләр өсөн улар Башҡортостанға күсеп ҡайта. Зәнфирәнең туғандары ла шунда булғас, Асҡын районының Баҙансат ауылын һайлайҙар. Сит ерҙә аралашыуы рус телендә генә булғас, Рәзидә, ауылға ҡайтҡас ҡына туған телендә һөйләшергә өйрәнә. Рәзидәгә ун йәш булғанда ҡустыһы Рөстәм тыуа. Ҡустыһын, әлбиттә, апаһы ҡарап үҫтерешә. Күршеләрендә, ғалим һәм танылған яҙыусы Кирәй Мәргәндең ике туған ҡустыһы Рәфҡәт Кирәев йәшәй. Уның ҡыҙы Гөлнара менән ныҡ дуҫ була Рәзидә. Рәфҡәт ағай мәктәптә тарих, география, йыр дәрестәрен алып бара, ноталарҙы ла яҡшы белә. Рәзидәне концерттарҙа ҡатнаштыра, үҙе баянда уйнап йырлата. Шулай уҡ хор түңәрәген алып барған Зилә Саҙриеваға ла рәхмәтле Рәзидә. Ул һәләтле ҡыҙҙы йырларға өйрәтә, төрлө бәйгеләргә йөрөтә.
Баҙансат һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, һигеҙ саҡрым алыҫлыҡта булған Ҡышлауйылға ауылында урта белем ала. Шул ауылдың спортсы егете Фәнзәт менән дуҫлашып китәләр. Рәзидәне, йырсы булыу хыялы Өфө сәнғәт училищеһына алып килә. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, танылған педагог Сима Иосифовна Мишурис класында вокал серҙәренә төшөнә Рәзидә. Шулай уҡ сольфеджио, музыка грамотаһы, фортепиано дәрестәренә лә теләп йөрөй. Хор дирижерлыҡ бүлегендә уҡып йөрөгән Ләйсән кеүек, фортепианола үҙе уйнап йырларға хыяллана. Әйткәндәй, хәҙер халыҡ Ләйсәнде Салауат Фәтхетдиновтың хәләл ефете булараҡ белә. Улар, Тәтешле районының Аҡсәйет ауылынан. Рәзидә пианинола уйнарға өйрәнеп алғас, диңгеҙ флотында өс йыл хеҙмәт итергә киткән егете Фәнзәткә магнитофон таҫмаһына йырҙар яҙҙырып ебәрә.
Училищены тамамлағанда Рәзидә дәүләт имтихандарын бик уңышлы тапшыра. Уҡыусыһын киләсәккә юғары белемле йырсы-вокалист итеп күрергә теләгән Сима Иосифовна, артабан сәнғәт институтына инергә өгөтләй. Өфө дәүләт сәнғәт институтында Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазина класында уҡый башлай, ләкин тормош мәшәҡәттәре арҡаһында уҡыуын ташларға мәжбүр була. «Бер генә йыл уҡыһам да, Миләүшә Ғәлиевнанан бик күп нәмәгә өйрәндем», – ти Рәзидә. Ул сәхнәлә лә, тормошта ла үҙеңде ышаныслы, ҡыйыу тоторға өйрәтте».
1990 йылда Асҡын районына ҡайтып, Иҫке Ҡаҙансы урта мәктәбендә йыр уҡытыусыһы һәм өлкән пионервожатый булып хеҙмәт юлын башлай. Хор һәм йыр түңәрәге алып бара. Мәктәп йылдарынан дуҫлашып йөрөгән физкультура уҡытыусыһы Фәнзәт Әхмәтов менән сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Парлашып концерттарҙа ла сығыш яһайҙар. Фәнзәт ситтән тороп, Бөрө педагогия институтында уҡып, юғары белем дә ала. Уҡыусылары төрлө кимәлдәге спорт ярыштарында ҡатнашып, призлы урындар яулай. Шул йылдарҙа Иҫке Ҡаҙансы ауылында Асҡын музыка мәктәбенең филиалы асыла. Унда Рәзидә, йырҙан тыш, думбыра, фортепиано дәрестәрен алып бара. Балалар бик теләп йөрөй. Ләйсән Моратова сәнғәт училищеһын тамамлай. Сулпан Ғафурйәнова хәҙер танылған йырсы, Башҡортостандың аткаҙанған артисы, Нефтекама ҡалаһында эшләй.
Егәрленең ҡулы – ете, тигәндәй, Рәзидә Ғәйнетдин ҡыҙы шәхси донъяһын ҡарарға ла, балаларын тәрбиәләргә лә, сәнғәт мәктәбендә лә, мәҙәниәт өлкәһендә лә эшләргә өлгөрә. Уҡыусыларын ижади конкурстарға алып бара.
Ҡышын Асҡын районында гастролдә йөрөнөк. Беҙҙең саҡырыуыбыҙ буйынса, Рәзидә Әхмәтова ла Иҫке Ҡаҙансы ауылындағы концертта йырланы. Ире Фәнзәт тә килде. Рәзидәне тамашасылар алҡыштарға күмде : «Һеҙ эшләгән саҡта, ауылды мәҙәниәт буйынса ла, спорт буйынса ла бик ныҡ күтәрҙегеҙ», – тип ихлас күңелдән Әхмәтовтарға рәхмәт әйттеләр.
Сәнғәт буйынса юғары белем алыу кәрәклегенә төшөнгән Рәзидә, ситтән тороп З.Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары бүлеген тамамлай. Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыу алымдарын өйрәнә. Халыҡ инструменттары – ҡумыҙ һәм думбыра буйынса Сабир Сабит улы Әбхәлимовта уҡый. Диплом эшен яҡташы, билдәле фольклорсы, ғалим Кирәй Мәргәндең ижадына бағышлай. Уның был хеҙмәте, ғилми эш итеп ҡаралырға хаҡлы. Рәзидә Әхмәтованың репертуарында алтмыштан артыҡ башҡорт һәм татар йырҙары бар. Уларҙы уҡыусыларына, үҙенең балаларына ла өйрәтә. Улы Алмаз менән ҡыҙы Миңhылыу, «Ирәндек моңдары» төбәк-ара конкурсында, балалар араһында икеһе лә гран-при яулай. Үҙе сирләп торғас йыр бәйгеһенә аталары алып бара.
Юғары белемле йәш белгестең уңыштары, сәнғәт мәктәбенең Асҡындағы етәкселегенә оҡшамай. Көнләшеүҙәндер, бәлки, Рәзидәне ҡыҫырыҡлай башлайҙар: дәрестәре ҡыҫҡартыла, яҡшы уҡыусыларын район үҙәгенә тартып алалар, конкурс-фестивалдәргә ебәрмәйҙәр. Эшкә алмағыҙ тип, хатта күрше райондағы сәнғәт мәктәптәренә шылтыратып сығалар. Был хәлдән Рәзидә шаңҡып ҡала, сиргә һабыша. Ярай әле, уның терәге, Фәнзәте бар. Ул, ҡатынының хәлен аңлап, нисек тә ярҙам итергә тырыша. Бер ваҡыт Балтас сәнғәт мәктәбе директоры Хәнис Ситдик улы Хәзимовтың Иҫке Ҡаҙансыға юлы төшә, ошонда Рәзидәнең ире Фәнзәт менән таныша. Ҡатынының юғары белемле музыка уҡытыусыһы булып та, ҡыйырһытылыуға дусар булыуын аңлата. «Әйҙә, килһен беҙгә, ҡуш ҡуллап алабыҙ, – ти Хәнис Хәзимов. – Беҙгә универсаль белгес бик кәрәк!» Был осрашыуҙан һуң Әхмәтовтар Балтасҡа күсергә ҡарар итә. Балтас балалар сәнғәт мәктәбенә эшкә килгәс тә абруй ҡаҙана Рәзидә. Ҡанатланып, яңы дәрт менән эшләй башлай. Уҡыусылары төрлө кимәлдәге конкурс-фестивалдәрҙә ҡатнашып, лауреат һәм дипломант исемдәренә лайыҡ була. Уҡыусылары араһында сәнғәт юлын һайлағандар ҙа бар. Айгиз Хәйҙәршин Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлеген тамамлаған, Зөһрә Ғарифуллина Октябрьский музыка училищеһын тамамлап, уҡыуын Ҡазан мәҙәниәт институтында дауам итә. Милана Султанова Өфө сәнғәт училищеһының эстрада-вокал бүлегендә уҡый.
Ярыш сәме бар Рәзидә Әхмәтовала. Бик күп йыр бәйгеләрендә ҡатнашып призлы урындарға лайыҡ булды ул: «Дуҫлыҡ моңо – 2004» төбәк-ара конкурсында, «Юлдаш йыры – 2015» конкурсында лауреат. Туймазы ҡалаһында үткәрелгән «Оҙон көй» конкурсында бер нисә тапҡыр ҡатнашып, ниһайәт, 2009 йылда гран при яулай. «Буранбай», «Келәү Ғәйшә», «Зөлхизә», «Тәфтиләү», «Уйыл» кеүек ҡатмарлы халыҡ йырҙарын музыканттарһыҙ башҡарып тамашасыларҙы ла, жюри ағзаларын да таң ҡалдыра. «Хазина» тапшырыуының алып барыусыһы Юлай Ғәйнетдинов ике сығарылышын, Әхмәтовтарҙың музыкаль ғаиләһенә бағышлай. Рәзидә Әхмәтова башҡарыуындағы яҙмалар радионан да ишетелеп тора.
Изге әсәй ҙә ул Рәзидә Ғәйнетдин ҡыҙы. Кескәй саҡтарынан уҡ балаларына сәнғәткә, музыкаға һөйөү тәрбиәләй. Оло улы Алмазды фортепианонан үҙе уҡыта. Алмаз Өфө сәнғәт училищеһын һәм Өфө дәүләт сәнғәт институтын ҡурай буйынса тамамлап, аспирантурала уҡып сыға. Өфөнөң 14-се һәм 15-се музыка мәктәбендә ҡурайҙан уҡыта. Ғаиләле.
Ҡыҙы Миңhылыу Өфө сәнғәт училищеһында ҡыл-ҡумыҙ бүлегендә уҡып йөрөгәндә, йырға һәләтен күреп, әсәһенең уҡытыусыһы Сима Мишурис үҙенә уҡырға ала. Һуңынан сәнғәт институтының фольклор бүлегендә белем ала. Балтаста йәшәй, кейәүҙә.
Улдары Фирүзәт Өфө музыка колледжы һәм З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында баян буйынса уҡып, яңыраҡ дипломлы була.
Шулай итеп бер ғаиләнән дүрт кеше бер үк институтта юғары белем алған! Иң кесе ҡыҙҙары Алһыу әлегә мәктәптә уҡый. Биш йыл әсәһендә йыр буйынса шөғөлләнгән. Әлеге ваҡытта сәнғәт мәктәбенең художество бүлегендә белем ала.
Йырҙар нисек тыуа?
Йыр һөйөүселәр Рәзидәне матур йырҙар авторы булараҡ та белә. Тәүге көйҙәрен Рәзидә, музыка грамотаһын үҙләштергәс, Өфө сәнғәт училищеһында уҡығанда яҙа. Бөгөнгө көнгә ике йөҙҙән ашыу йыр ижад иткән. «Тормошомда ҡыйын хәлдәр булғанда, йә шатлыҡлы мәлдәр кисергәндә күңелемдә йырҙар тыуа, – ти Рәзидә. Музыка мәктәбендә шөғөлләнеүсе балалар өсөн дә күп кенә йырҙар яҙҙым». Рәзидә Әхмәтова Тимерхан Нурисламов, Рәмзинә Тимерова, Дилә Булгакова, Гөлфиә Юнысова, Зилара Хузина, Венера Фәррәхова, Динә Талхина, Мәфрүзә Фәтихова, Гөлнара Ғүмәрова, Гөлнара Мәхийәнова, Кәүсәрия Шафиҡова, Фәнүзә Зөлҡәрнәева, Фәнәүис Дәүләтбаев, Рүзилә Ғатауллина шиғырҙарына байтаҡ ҡына йырҙар яҙған.
Минең репертуарҙа ла Рәзидәнең бер нисә йыры бар. Биҡ шатланып алдым коллегам, hабаҡташымдың йырҙарын. Рүзилә Ғатауллина һүҙҙәренә «Бәхеттәргә юлдар ҡайҙа?», Яҡуп Ҡолмой һүҙҙәренә «Йырһыҙ йәшәү мөмкин түгел», Фәнүзә Зөлҡәрнәева һүҙҙәренә «Үтте йәшлек йүләрлеге», «Ҡарурманға керҙем», Земфира Садыҡова һүҙҙәренә «Бәхет асҡыстары», Гөлнара Ғүмәрова һүҙҙәренә «Һынмаhындар парлы ҡанаттар» йырҙарын бик яратып йырлайым. Тамашасылар бик яҡшы ҡабул итә. Ижади хеҙмәттәшлек артабан да дауам итер тип уйлайым.
Йырсы булараҡ, моңло тауышлы Рәзидә Әхмәтованың үҙ тамашасылары, яратып тыңлаусылары бик күп. Башҡорт, татар халыҡ йырҙарын да, ретро, заманса йырҙарҙы ла берҙәй оҫталыҡ менән башҡара ул. Балтасҡа күсеп килгәндәренә һис кенә лә үкенмәй Әхмәтовтар. Рәзидә Әхмәтованың күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте Мәҙәниәт министырлығының, Республика мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының маҡтау ҡағыҙҙары менән баһаланған. Ул һәр ваҡыт ижади эҙләнеүҙә. Уның хеҙмәте «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә күптән лайыҡ! Рәзидә Әхмәтова өсөн бәхет – кеше булып йәшәүҙә, әсәй һәм һөйөклө ир ҡатыны булыуҙа һәм ижад итеүҙә!
Харис Шәрипов,
йырсы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың
журналистар союзы ағзаһы
https://tamasha-rb.ru/news/novosti/2023-09-13/b-hett-rg-yuldar-ay-a-3433808