Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
10 Март 2023, 19:15

Зөлфиә һәм Динар Ғайсиндарҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Тулыраҡ:  

Зөлфиә һәм Динар Ғайсиндарҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Зөлфиә һәм Динар Ғайсиндарҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Бөгөн Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһендә "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2023" конкурсының финалы үтте.

Был сағыу тантанала конкурстың төбәк этабында 1-се урын яулаған райондаштарыбыҙ, Сураш ауылында йәшәүсе Зөлфиә һәм Динар Ғайсиндар ғаиләһе лә ҡатнашты. Икмәк бешереү менән шөғөлләнеүсе был тырыш ғаилә “Ғаилә кәсебе” номинацияһында республика буйынса ла 1-се урынға лайыҡ булды! Үҙҙәре һымаҡ уңған, аҡыллы, егәрле 4 бала тәрбиәләүсе Ғайсиндар ғаиләһен лайыҡлы еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да тик уңыштар теләйбеҙ!

Ғайсиндар 70 000 һумлыҡ сертификатҡа эйә булды.

 -  Шул тиклем шатланып, сағыу тәьҫораттар алып ҡайтып киләбеҙ. Беҙҙе шундай йылы итеп ҡаршы алдылар, барыһын да аңлатып, һәр саҡ эргәбеҙҙә ярҙам итеп торҙо ойоштороусылар. Ҡалған бәйгесе ғаиләләр менән дә таныштыҡ, барыһы ла тырыш, бына тигән итеп донъя көтәләр. Ойоштороусыларға һәм беҙгә ярҙам итеүселәргә, бигерәк тә беҙҙең турала шундай йөкмәткеле итеп видео төшөрөргә ярҙам иткән Наилә Зәйнулла ҡыҙы Имаеваға һәм Ләйсән Марат ҡыҙы Суфияноваға сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ, -тип ҡыуаныстарын еткерҙе Ғайсиндар ғаиләһе. 

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Кконкурс «Етегән» республика байрамы сиктәрендә ойошторола. Сара ғаилә институты абруйын нығытыуға, халыҡты республиканың мәҙәни киңлегенә әүҙем йәлеп итеүгә, әхлаҡи-эстетик нигеҙ булдырыуға, башҡорт фольклорын һаҡлау һәм үҫтереүгә, ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Бәйге 2021 йылдан алып уҙғарыла, ойоштороусылары — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Сараны Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры артистары бөйөк Мостай кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәре буйынса сәхнәләштергән спектакленән өҙөк менән башлап ебәрә, Кендектең мажаралары, һәр ғаилә өсөн иң бәхетле мәл – бала тыуыу кеүек изге төшөнсәләр хаҡындағы тамаша сараға йән һәм йәм өҫтәй.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова бәйгелә ҡатнашыусыларҙы видобәйләнеш аша тәбрикләне.

– Һеҙҙең барығыҙҙы ла ошо күркәм, оло мәғәнәле бәйгелә еңеүегеҙ менән ҡотлайым һәм балаларҙы тап ошондай рухлы, маҡсатлы башҡорт ғаиләләрендә халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, мәҙәниәтен, телен өйрәтеп үҫтергән, ошо рухи ҡиммәттәргә күңелдәрендә һөйөү тәрбиәләгән өсөн рәхмәтемде белдерәм. Ғаилә – ул йылы усаҡ, яҡтылыҡ һәм берҙәмлек. Һәр берегеҙгә именлек, бәхет теләйем! Балаларыбыҙ иҫән-һау, тәүфиҡле шәхестәр булып үҫһен, милләтебеҙҙең киләсәгәге ышансылы ҡулдарҙа булһын!, – ти Эльвира Ринат ҡыҙы.


Зөлфиә һәм Динар Ғайсиндарҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Зөлфиә һәм Динар Ғайсиндарҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Зөлфиә һәм Динар Ғайсиндарҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Зөлфиә һәм Динар Ғайсиндарҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: