Йәнтөйәк
-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
17 Декабрь 2022, 16:00

Һөнәре буйынса иң яҡшыһы

Гөлназ Фәрит ҡыҙының фиҙаҡәр хеҙмәте лайыҡлы баһалана

Һөнәре буйынса иң яҡшыһы
Һөнәре буйынса иң яҡшыһы

Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексы мәсьәләләрен яҡтыртҡан муниципаль, республика һәм федераль киң мәғлүмәт саралары журналистарының эшмәкәрлек һөҙөмтәләрен баһалау йомғаҡтары буйынса «Башҡортостан Республикаһы» Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы – Борай мәғлүмәт үҙәгенең бүлек мөдире Гөлназ Фәрит ҡыҙы Хужина республикала иң яҡшыһы тип танылды. Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сарала Гөлназ Хужина «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» дипломы менән бүләкләнде.

2022 йылда «Алга» район гәзитендә Гөлназ Фәрит ҡыҙы район агросәнәғәт комплексы хеҙмәтсәндәре тураһында 180 материал урынлаштырған. Гөлназ Хужина ауылдарҙа йәшәгән һәм ауыл хужалығы предприятиеларында, фермер хужалыҡтарында эшләгән, эшҡыуарлыҡта тәүге аҙымдар яһаған кешеләр хаҡында бәйән итә. Бөтә мәғлүмәт район гәзитендә урын ала.


Гөлназ Хужина Баҡалы ауылында күп балалы колхозсы ғаиләһендә етенсе бала булып донъяға килә. Тыуған ауылында туғыҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Кәшкәләү мәктәбендә уҡыуын дауам итә. Ҡулына аттестат алғас, Башҡорт дәүләт университетына юллана. Һынау имтихандарын тапшырып, уҡырға инә һәм татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы белгеслегенә эйә була. Диплом алғас, хеҙмәт юлын Кәшкәләү мәктәбендә уҡытыусы булып башлай. Бирелә ике йыл эшләгәс, Борай ауылына күсеп килә, кейәүгә сыға. Борайҙа 4-се балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып хеҙмәт юлын дауам итә. 2004 йылда район гәзитенә корректор булып эшкә урынлаша, артабан корреспондент булып хеҙмәт һала. Инде икенсе йыл Борай мәғлүмәт үҙәгендә бүлек мөдире булып эшләй. “Редакция эше бик оҡшай. Үҙем ябай колхозсы ғаиләһендә үҫкәнгә ауыл тормошо, бигерәк тә ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре тураһында яҙырға яратам. Атайым Фәрит — элекке “Мир” колхозы алдынғыһы, әсәйем Зарифа алдынғы һауынсы булғанғалыр, миңә колхоз тормошо, киң баҫыуҙар бик яҡын, – ти Гөлназ Хужина. — Кешеләр менән аралашыу бик оҡшай. Ауылдар буйлап йөрөп, унда йәшәгән халыҡ менән танышыу, улар менән аралашыу миңә яңы көс-дәрт бирә”.


Гөлназ Фәрит ҡыҙының фиҙаҡәр хеҙмәте лайыҡлы баһаланыуына бик шатбыҙ һәм уға артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!

Гөлназ Ханова.

Борай районы.

 

Һөнәре буйынса иң яҡшыһы
Һөнәре буйынса иң яҡшыһы
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: