Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
11 Октябрь 2022, 07:20

Яратҡан һөнәрҙәренә тоғролар

Тулыраҡ: 

Яратҡан һөнәрҙәренә тоғролар
Яратҡан һөнәрҙәренә тоғролар

Республка көнө уңайынан үткән тантаналы сарала бер төркөм хеҙмәт алдынғылары дәүләт наградалары менән бүләкләнде.

Йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүҙәге уңыштары өсөн «Рәсәй Федерацияһы мәғариф өлкәһенең маҡтаулы хеҙмәткәре» исеменә

Асҡын 2-се урта мәктәбе физкультура уҡытыусыһы Фәрдүс Зөлфәт улы Әхмәтов;

Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Рәмзил Мәхийән улы Мәснәүиев;

Асҡын 1-се урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Елена Леонидовна Ханжина лайыҡ булды.



Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” күкрәк билдәһенә

Асҡын үҙәк район дауаханаһы участка педиатр-табибы Гөлнара Ғилмулла ҡыҙы Насртдинова лайыҡ булды.

 

Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы Почет грамотаһына

Асҡын 2-се балалар баҡсаһы музыкаль етәксеһе Зилә Хафиз ҡыҙы Фәүзетдинова;

Асҡын 2-се урта мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Әлфинә Хәдис ҡыҙы Мөхәмәтшина;

Асҡын 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Ирина Рафаил ҡыҙы Зыятдинова эйә булды.

 

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Рәхмәт хаттары менән

 Төньяҡ район-ара Мәшғүллек үҙәгенең  хеҙмәт бүлеге белгесе Рузалия Хәбибрахман ҡыҙы Константинова,

"Вектор" халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең социаль эш буйынса белгесе  Лилиә Фәрғәт ҡыҙы Ғаянова бүләкләнде.

Дәүләт наградаларын Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Тимур Басир улы Кәримов ташырҙы.

Яратҡан һөнәрҙәренә тоғро ҡалып, фиҙаҡәр хеҙмәт иткән райондаштарыбыҙҙы лайыҡлы награда алыуҙары менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Наилә Имаева.

Яратҡан һөнәрҙәренә тоғролар
Яратҡан һөнәрҙәренә тоғролар
Яратҡан һөнәрҙәренә тоғролар
Яратҡан һөнәрҙәренә тоғролар
Яратҡан һөнәрҙәренә тоғролар
Яратҡан һөнәрҙәренә тоғролар
Яратҡан һөнәрҙәренә тоғролар
Яратҡан һөнәрҙәренә тоғролар
Яратҡан һөнәрҙәренә тоғролар
Читайте нас: