Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
7 Сентябрь 2022, 22:10

Юбилярҙы хөрмәтләнеләр

Тулыраҡ: 

Юбилярҙы хөрмәтләнеләр
Юбилярҙы хөрмәтләнеләр

Бөгөн Ҡариҙел районы башҡорттары ҡоролтайы  ултырышында билдәле шәхесебеҙ, тыуған яҡты өйрәнеүсе, тарихсы, шағир, райондың Ғаян Лоҡманов исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың мәғариф отличнигы Сафин Фидаил Әбелғаян улын хөрмәтләп, юбилейы менән тәбрикләнеләр.

Уға районыбыҙ тарихын өйрәнеүҙәге, табышлы эҙләнеүҙәрендәге фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн ҡоролтайҙың Рәхмәт хаты тапшырылды. Шулай уҡ райондың Мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре лә ситтә ҡалманы. Фидаил Әбелғаян улы күп ваҡытын урындағы китапханаларҙа үткәрә. Хатта Йәш үҫмерҙәр моделле китапханаһында эшләп килгән “Иҙел” ижади берекмәһе ағзаһы булараҡ, төрлө осрашыуҙарҙа ла ҡайнап йәшәй ул ир уҙаманы. Китапхансылар Әлфиә Мәғруф ҡыҙы Хөсәйенова һәм Зөлфирә Илдар ҡыҙы Хаматовалар тура эфирҙа Мәҙәниәт.ru платформаһында сығыштарын Фидаил Әбелғаян улына бағышланы. Бүлек мөдире Руслан Рөстәм улы Булатов һәм Мәҙәниәт һарайы директоры Мирза Тәфкил улы Хөсәйенов юбилярҙың ырыуҙар, ауылдар тарихын барлап, районыбыҙ мәҙәниәтенә тос өлөш индереүе хаҡында йылы һүҙҙәр еткерҙе. Райондың тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейы директоры Таһир Әғзәм улы Мөниров иһә Фидаил Әбелғаян улын музейҙың күптәнге дуҫы итеп һанай һәм замандашын ихлас тәбрикләп үтте.

Гөлнара Солтанова.

Юбилярҙы хөрмәтләнеләр
Юбилярҙы хөрмәтләнеләр
Юбилярҙы хөрмәтләнеләр
Юбилярҙы хөрмәтләнеләр
Юбилярҙы хөрмәтләнеләр
Читайте нас: