+13 °С
Болотло
Исламдың рухи-әхлаҡи нигеҙҙәрен тергеҙеүгә, йәмғиәттә социаль тотороҡлолоҡто нығытыуға, халыҡ-ара татыулыҡты үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Урмияҙ ауылы мәсете имам-хатибы вазифаһын күп йылдар башҡарған Радик Нурулла улы Исхаҡов Башҡортостан Республикаһы Мосолмандары Диниә назараты ҡарары буйынса “Маҡтаулы имам” исеменә лайыҡ булды.
Башҡортостан Республикаһы мөфтөйө ҡултамғаһы ҡуйылған Шөһрәтнамәне Урмияҙ ауыл биләмәһе башлығы Илшат Үзбәк улы Ирғәлин тапшырҙы.
Наилә Имаева.