Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
20 Август 2022, 09:20

Хеҙмәттәштәребеҙҙе ҡотлайбыҙ!

Асҡын мәғлүмәт үҙәге журналистары Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзына ҡабул ителде.

Хеҙмәттәштәребеҙҙе ҡотлайбыҙ!
Хеҙмәттәштәребеҙҙе ҡотлайбыҙ!

Ҡариҙел районының иң гүзәл төбәгендә - Павловка һыуһаҡлағысы буйында "Журфест- медиапатриот" журналистар фестивале үтте. Көн оҙоно журналистар өсөн бай программа әҙерләнгәйне.

Байрамдың киске өлөшө бүләкләү тантанаһынан башланды. Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов ижади ойошмаға инеүсе журналистарға тантаналы шарттарҙа танытмалар һәм значоктар тапшырҙы. Яңы ағзалар өсөн “Союзға ҡабул итеү” йолаһы ла үткәрелде.

 

Беҙҙең хеҙмәттәштәребеҙ - Асҡын мәғлүмәт үҙәге директоры урынбаҫары Алия Ралиф ҡыҙы Ғилуанова , бүлек мөдире Лениза Әлфир ҡыҙы Закирова һәм бөгөн декрет ялында булған Лилиә Шәрифғәлиева ла (ул тантанаға килә алманы) Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзына ҡабул ителде. Ошо уңайҙан хеҙмәттәштәребеҙҙе ихлас ҡотлайбыҙ һәм тағы ла ижади үҙәр, һөнәри үҫеш һәм иң мөһиме – таҙалыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ!

Әйткәндәй, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзының Асҡын районындағы беренсел берекмәһендә бөгөнгә тиклем 13 журналист иҫәпләнә ине. Кисә тағы ла өс хеҙмәттәшебеҙ – Алия Ғилуанова, Лениза Закирова һәм декрет ялында булған Лилиә Шәрифғәлиева союзға ҡабул ителеү уңайынан танытмалар алып, “беҙҙең рәтте” тулыландырҙы. Хеҙмәттәштәребеҙҙе ихлас ҡотлайбыҙ!

Наилә Имаева.

 

Читайте нас: