+13 °С
Болотло
Башҡорт төньяҡ-көнбайыш ауыл хужалығы колледжын тамамлаусылар — автомеханиктар, тракторсы-машинистар, иретеп йәбештереүселәр һәм ашнаҡсы-кондитерҙар урта махсус белемгә эйә булыуҙары тураһында диплом алды.
Диплом тапшырыу тантанаһына Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм ата-әсәләр саҡырылғайны.
Йәш белегстәрҙең һәр береһе был тормошта үҙ йүнәлешен табыр, тип ышанабыҙ!
Башҡорт төньяҡ-көнбайыш ауыл хужалығы колледжы киләһе уҡыу йылына урта һөнәри белем алыу өсөн дөйөм белем биреү мәктәптәрен тамамлаусыларҙы саҡырып ҡала.
Гөлназ Ғәлләмова.