Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
1 Июль 2022, 12:15

Иң өлкән хәбәрсебеҙҙе ихлас ҡотлайбыҙ!

Бөгөн Иҫке Ҡаҙансы ауылының хөрмәтле аҡһаҡалы, абруйлы педагогик хеҙмәт ветераны, районыбыҙҙың билдәле тыуған яҡты өйрәнеүсеһе, район гәзиттәренең иң өлкән хәбәрсеһе Ансар Солтан улы Солтанов оло юбилейын — 90 яшен билдәләй.

Иң өлкән хәбәрсебеҙҙе ихлас ҡотлайбыҙ!
Иң өлкән хәбәрсебеҙҙе ихлас ҡотлайбыҙ!

Оло ихтирамға лайыҡ Ансар Солтан улын күркәм ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлап, ныҡлы сәләмәтлек, күңел көрлөгө, рух ныҡлығы, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең ихтирамын, иғтибарын тойоп, уңыштарына һөйөнөп, тағы ла оҙон-оҙаҡ йылдар именлектә, тыныслыҡта, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа ғына  йәшәүен теләйбеҙ.

 Ансар  Солтан улының тормош юлы күптәргә өлгө булырлыҡ. Ул 1932 йылдың 1 июлендә Әлйәгеш ауылында дүрт балалы ғаиләлә олоһо булып донъяға килә. Үҙенең йәштәштәре, һуғыш осоро балалары кеүек үк хеҙмәт юлын бик иртә башлай: колхоз малын көтә, хат ташый, табелсе вазифаһын башҡара.

Ике педагогия институтын тамамлап, 45 йыл балаларға төплө белем һәм тәрбиә бирә ул. Ҡашҡа ете йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы булып эш башлаған Ансар Солтан улы педагогия хеҙмәтенең юғары үрҙәренә күтәрелә, тормошта үҙен маҡсатсан, эҙләнеүсән шәхес итеп таныта. 1958 йылдан 1998 йылға тиклем Асҡын районы мәктәптәрендә юғары вазифалар башҡара. Төп бурыстары менән бер рәттән ғәйәт ҙур йәмәғәт эшен дә алып бара. 1965 йылда Тәлғәт Яҡупов менән районда беренселәрҙән булып мәктәп музейы төҙөйҙәр. География, малсылыҡ кабинеттары йыһазлай. 20 йыл уҡытыу-производство бригадаһын етәкләй. Иҫке Ҡаҙансы мәктәбенең ??? 50, 80, 100 йыллыҡ юбилейҙарын үткәреүҙә ҙур өлөш индерә, тыуған ауылы Әлйәгештә “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар”байрамын, Башҡортостан ауылының  60 йыллығын һәм башҡа байрамдарҙы ойоштороп үткәрә.   

Ансар Солтан улы — тыуған яҡты өйрәнеүсе тынғыһыҙ шәхес. Ул Иҫке Ҡаҙансы мәктәбенең, ауылдың тарихын, районыбыҙҙың күренекле кешеләренең, ауылынан, районыбыҙҙан Бөйөк Ватан һуғышына киткән һәм яу ҡырҙарында ятып ҡалғандарҙың, фиҙаҡәр хеҙмәте менән тыуған яғыбыҙҙы данлағандарҙың тормош юлын өйрәнеп яҙа, осрашыуҙар ойоштора. Уның өйөндә бик ҙур шәхси архив тупланған.

Ансар Солтан улы район гәзитенең иң өлкән хәбәрсеһе лә, беренсе мәҡәләһе 17 йәшендә баҫылып сыға. Шунан башлап уның тарихи мәғлүмәттәргә бай 700-ҙән ашыу мәҡәләһе баҫма биттәрендә донъя күргән.

Хөрмәтле юбиляр әлеге көндә лә әүҙем тормош алып бара: ауылда үткән сараларҙа ҡатнаша, йәштәргә фәһемле кәңәштәрен бирә, тыуған илде, тыуған яҡты яратырға, һаҡларға саҡыра.

Ансар Солтан улы өлгөлө ғаилә башлығы ла. Тормош иптәше Рәфидә Лотфулла ҡыҙы менән 62 йыл бергә татыу ғүмер кисереп, өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәфидә апай мәрхүм булды. Ансар Солтан улы был ҡайғыны бик ауыр кисерҙе, шулай ҙа балаларының оло ярҙамын, иғтибарын тойоп, ейәндәренең уңыштарына һөйөнөп, һәр тыуған көнгә ҡыуанып, яҡын-тирәләгеләргә яҡшылыҡ таратып йәшәргә тырыша.

Илһөйәр Махатова.

Иң өлкән хәбәрсебеҙҙе ихлас ҡотлайбыҙ!
Иң өлкән хәбәрсебеҙҙе ихлас ҡотлайбыҙ!
Иң өлкән хәбәрсебеҙҙе ихлас ҡотлайбыҙ!
Иң өлкән хәбәрсебеҙҙе ихлас ҡотлайбыҙ!
Иң өлкән хәбәрсебеҙҙе ихлас ҡотлайбыҙ!
Иң өлкән хәбәрсебеҙҙе ихлас ҡотлайбыҙ!
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: