Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
25 Июнь 2022, 21:10

Лайыҡлы награда менән ҡотлайбыҙ!

Ҡариҙел районы үҙәк дауаханаһының баш табибы Юнир Нәби улы  Ғәлиндың фиҙаҡәр хеҙмәте лайыҡлы баһаланды.

Лайыҡлы награда менән ҡотлайбыҙ!
Лайыҡлы награда менән ҡотлайбыҙ!

«Медицина һөнәре һәр заманда ла иң изге һөнәрҙәрҙең береһе булды. Унда һөнәри оҫталыҡ менән юғары яуаплылыҡ, уяулылыҡ менән кешелеклелек ярыша», — тине Радий Хәбиров Өфөнөң «Ватан» паркында Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы үткән тантаналы сарала. Радий Фәрит улының был һүҙҙәренә сараға бүләкләнергә саҡырылған  аҡ халатлыларҙың эшенә баһа булып яңғыраны.

Бүләкләнеүселәр араһында Ҡариҙел районы үҙәк дауаханаһының баш табибы Ғәлин Юнир Нәби улы бар ине. Уға “Башҡортостандың атҡаҙанған табибы” маҡтаулы исеме тапшырылды. Юнир Нәби улын лайыҡлы исеме менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Тормошобоҙҙа ауыр минуттарҙа ярҙамға килгән һәм беҙҙе, яҡындарыбыҙҙы аяҡҡа баҫтырған, иртәгәһе көнгә өмөт уятҡан табибыбыҙға эшендә ҙур уңыштар юлдаш булһын!

Гөлнара Солтанова.

Читайте нас: